Самсонова Галина Алексеевна
Самсонова Галина Алексеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 12 август 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Самсонова Галина Алексеевна (12 август 1949 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995). Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галина Алексеевна Самсонова 1949 йылдың 12 авгусында БАССР-ҙың Стәрлебаш районы Раевка ауылында тыуған.
1985 йылда Мәскәү технология институтының Өфөләге факультетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1967 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында сәстараш өйрәнсеге булып башлай. Оҫталығы арта барып, мастер итеп тәғәйенләнә.
1974-1991 йылдарҙа цех начальнигы, етештереү-техник бүлек начальнигы, Стәрлетамаҡ ҡала көнкүреш берекмәһенең баш инженеры.
1991-1992 йылдар арауығында бөҙрәхана хужалығының ҡуртым предприятиеһы директоры.
1992 йылдан Стәрлетамаҡтағы «Кудесница» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры[1]
Галина Алексеевна йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, ҡала Советының бер нисә саҡырылышына депутат итеп һайлана. 1991 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының 135-се Стәрле һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты була [2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған хеҙмәт күрһәтеү сфераһы хеҙмәткәре
- Хеҙмәт ветераны
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 91.
- ↑ ЗАКРЫТОЕ АКЦИОНЕРНОЕ ОБЩЕСТВО «КУДЕСНИЦА»(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЗАКРЫТОЕ АКЦИОНЕРНОЕ ОБЩЕСТВО «КУДЕСНИЦА»(недоступная ссылка)