Эстәлеккә күсергә

Саниев Ильяс Сәғит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саниев Ильяс Сәғит улы
Тыуған көнө 10 март 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (71 йәш)
Тыуған урыны Шалты[d], Баулы районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Ҡаҙан дәүләт аграр университеты

Саниев Ильяс Сәғит улы (рус. Саниев Ильяс Сагитович) (10 март 1953 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Саниев Ильяс Сәғит улы 1953 йылдың 10 мартында Татар АССР-ының Баулы районы Шалты ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1975 йылда Ҡазан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1975 йылда, Ҡазан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, агроном булып башлай, Совет армияһы сафтарына саҡырыла. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, артабанғы хеҙмәт юлы ауыл хужалығы менән бәйле. 1977—1987 йылдарҙа Туймазы районы XXI партсъезд исемендәге колхозда агроном, баш агроном, колхоз рейесе булып эшләй. 1987—1988 йылдарҙа райондың агросәнәғәт берекмәһе рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1988 йылдар «Туймазы» агросәнәғәт комбинатының генераль директоры булып эшләй. 1992 йылдан «Туймазы» агросәнәғәт компанияһының генераль директоры булып эшләй.[2]

257-се Иҫке Ҡандра һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республиканың, ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш буйынса комиссия ағзаһы.[3]

  1. Саниев Ильяс Сагитович // https://www.biografija.ru/biography/saniev-ilyas-sagitovich.htm
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104