Санна Нильсен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Санна Нильсен
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Тыуған көнө 27 ноябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (35 йәш)
Тыуған урыны Edenryd[d]
Туған тел швед теле
Һөнәр төрө йырсы, композитор, телеведущий
Жанр поп-музыка[d]
Лейбл звукозаписи Warner Music Group[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Ҡатнашыусы Евровидение-2014[d]
Музыка ҡоралы губная гармоника[d] һәм вокал[d]
Дискография Sanna Nielsen discography[d]
Рәсми сайт sannanielsen.com
Commons-logo.svg Санна Нильсен Викимилектә

Санна Виктория Нильсен (швед. Sanna Victoria Nielsen; 27 ноябрь 1984 йыл, Швеция, Брумёлла) — швед йырсыһы[2], «Евровидение 2014» йыр кокурсында үҙенең «Undo» йыры менән сығыш яһаған Швеция вәкиле[3][4][5].

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1996 йылдың майында ун бер йәшендә Санна Нильсен «Till en fågel» йыры менән Svensktoppen швед хит-парадында алда барған[6] Сентябрҙә уның тәүге дебют Silvertoner альбомы сыға.[7]. 1997 йылда Санна Min önskejul раштыуа альбомын сығара (2001 йылда альбом яңынан баҫылып сыға).

2001 йылда Нильсен тәүге тапҡыр Мелодифестивалендә — Евровидениела Швецияны күрһәтеү хоҡуғын биргән швед музыкаль конкурсында ҡатнаша. Ул «Igår, idag» йыры менән сығыш яһай һәм һәм өсөнсө урын яулай. 2003 йылда ул конкурсҡа яңынан әйләнеп ҡайта һәм «Hela världen för mig» йыры менән бишенсе урынға сыға. Санна өсөнсө тапҡыр 2005 йылда ҡатнаша, ул Фредрик Щемп менән «Du och jag mot världen» йырын башҡара һәм һигеҙенсе урында була.

2006 йылда Санна үҙенең Nära mej nära dej исемле икенсе студия альбомын сығара[8]. 2007 йылда ул дүртенсе тапҡыр Мелодифестивалендә («Vågar du, vågar jag» йыры[9] менән сығыш яһай һәм Sanna 11-22 беренсе компиляцион альбомын сығара[10]. Шулай уҡ 2007 йылдың йәйендә Санна Ширли Клэмп һәм Соня Альден менән бергә «Tre S» триоһы составында Швеция буйлап тур үткәрә.

2008 йылда Санна Мелодифестивалендә бишенсе тапҡыр ҡатнаша. 16 февралдә Санна «Empty room» йыры менән икенсе ярым финалында сығыш яһай, утыҙ меңдән ашыу тауыш айырмаһы менән беренсе урынды биләй[11]. 15 мартта финалда Санна илле меңдән ашыу тамашасы тауышы буйынса Шарлотта Переллины урап үтә, әммә жюри тауыш биргәндән һуң, Перелли еңеүсе тип табыла, ә Нильсен икенсе юлға төшә[12]. Һуңыраҡ «Empty room» OGAE Second Chance Contest-та, 91 мәрәй өҫтөнлөк менән, еңеү яулай. Шулай уҡ 2008 йылда Нильсен үҙенең инглиз телендәге Stronger тәүге альбомын сығара, һәм милли хит-парадта беренсе юлда була[13].

2011 йылда Санна Мелодифестиваленда тағы ла бер ҡатнашҡан. Бер ай элек кенә дүртенсе урында[14] булһа ла, икенсе ярым финалда «I’m in love» йыры менән сығыш яһап, ул беренсе урын биләй һәм финалға үтә[15]. Шулай уҡ 2011 йылда Нильсендың конкурс йырының исемен йөрөткән бишенсе альбомы сыға[16].

2014 йылда Санна Нильсен Мелодифестиваленға етенсе тапҡыр кире ҡайта. Икенсе ярым финалда ул «Undo» композицияһын башҡара, тамашасылар Саннаға тауыш биреп ярҙам итә, һәм был уға финалда вакантлы урындарҙың береһен биләү мөмкинлеген бирә. 8 мартта Melodifestivalen 2014 финалында Санна Нильсен 8-се һан аҫтында «Undo» йыры менән сығыш яһай. Халыҡ-ара жюриҙан 90 мәрәй һәм тамашасыларҙан 122 мәрәй отоп, Санна конкурста еңеүсе була һәм 2014 йылғы Евровидение йыр конкурсында Швеция вәкиле була. Шуның менән Санна һәм «Busy Doin’ Nothing» йыры менән икенсе урын алған Эйс Вайлдер араһында айырма ни бары ике мәрәй генә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара жюри тауышы менән Эйс отҡан.

2014 йылдың көҙөндә Санна Нильсен «Евровидение 2015» конкурсына «Melodifestivalen 2015» швед һайлап алыу конкурсын етәкләйәсәге билдәле була.

Дискографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альбомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1996 — Silvertoner
  • 1997 — Min önskejul
  • 1999 — skapelsen Människan och
  • 2001 — Min önskejul
  • 2006 — nära dej mej Nära
  • 2007 — 11-22 Sanna
  • 2008 — Stronger
  • 2011 — m in Love I'
  • 2012 — Vinternatten
  • 2014 — 7

Сингдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1996 — «en fågel Till»
  • 1998 — «the Summertime I Love»
  • 1999 — «Time to Goodbye Say»
  • 1999 — «i by vår Fest»
  • 2001 — «I går, i dag»
  • 2002 — «stjärnor Prinsessans»
  • 2003 — «mig Hela för världen»
  • 2005 — «jag och världen mot Du»
  • 2005 — «hem Vägen»
  • 2006 — «min själ Rör vid» / «Koppången»
  • 2007 — «du Vågar, vågar jag»
  • 2008 — «Room Empty»
  • 2008 — «You Nobody Without»
  • 2009 — «Catch I Can the Moon»
  • 2010 — «Devotion»
  • 2010 — «Part of Me»
  • 2011 — «I’m in Love»
  • 2011 — «stop can't Tonight Love»
  • 2014 — «Undo»
  • 2016 — «med Dansar bort någon annan»
  • 2017 — «ok Inte»
  • 2017 — «mig Innan lämnar du»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Discogs — 2000.
  2. Discogs
  3. «Sweden: Sanna Nielsen wins Melodifestivalen!»
  4. «Sweden: Seventh time lucky for Sanna»
  5. 2014 года стало известно что Смена Нильсен станет одной из ведущих шведского отбора на «Евровидение 2015» «Melodifestivalen 2015»/77780/sweden-xxxx-wins-melodifestivalen/ «Sweden: Sanna Nielsen wins Melodifestivalen»
  6. Svensktoppen – 1996. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 сентябрь 2012.
  7. Sanna Nielsen – Silvertoner. swedishcharts.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 сентябрь 2012.
  8. Sanna Nielsen – Nära mej nära dej. swedishcharts.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 сентябрь 2012.
  9. The Ark - winners of Melodifestivalen 2007. ESCToday. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 март 2007.
  10. Sanna Nielsen – Sanna 11-22. swedishcharts.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 сентябрь 2012.
  11. Live: second semi final in Sweden. ESCToday. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2008.
  12. Sweden decided: Charlotte Perrelli to Eurovision!. ESCToday. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 март 2008.
  13. Sanna Nielsen – Stronger. swedishcharts.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 сентябрь 2012.
  14. Eric Saade to represent Sweden in Eurovision 2011. ESCToday. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 март 2011.
  15. Sweden: Two acts qualified for the final. ESCToday. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 февраль 2011.
  16. Sanna Nielsen –I’m in love. swedishcharts.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 сентябрь 2012.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]