Санто-Доминго колониаль ҡалаһы
Санто-Доминго колониаль ҡалаһы | |
Герб | |
Дәүләт | Доминика Республикаһы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санто-Доминго (Доминика Республикаһы) |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан | 106 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d][1], (iv)[d][1] һәм (vi)[d][1] |
Санто-Доминго колониаль ҡалаһы Викимилектә |
Санто-Доминго колониаль ҡалаһы (исп. Ciudad Colonial) — Доминика Республикаһының баш ҡалаһы, Санто-Доминго ҡалаһының тарихи үҙәге. Кариб диңгеҙе ярында һәм ҡаланы икегә бүлеп торған Осама йылғаһының көнбайыш ярында урынлашҡан. Райондың майҙаны 5 квадрат километр тәшкил итә. 1990 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[2].Ҡаланың был өлөшөндә иҫтәлекле урындарҙың күп һаны урынлашҡан, шул иҫәптән Алькасар-де-Колон, Осама ҡәлғәһе, Санто-Доминго кафедраль соборы, Пуэрта-дель-Конде ҡапҡаһы, Король йорттарының музейы, Доминика республикаһының милли пантеоны һәм башҡалар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Санто-Доминго урынында беренсе европа биләмәһе 1496 йылда Бартоломео Колумб тарафынан Осама йылғаһының көнсығыш өлөшөндә төҙөлә, ә ойошторолоуының рәсми иғлан ителеүе 1498 йылда 4 авгусында була; ауыл шул саҡта Санто-Доминго-де-Гусман тип атала. 1502 йылда, башҡалар иҫәбендә ауылдың башлығы Франсиско де Бобадильяның ғүмерен алып киткән ғәрәсәттән һуң, ауыл Николас де Овандо етәкселеге аҫтында көнбайыш ярға күсерелә. Овандо һәм уның алмашсыһы Диего Колон колониаль ҡаланың беренсе ҡоролмалары төҙөлөшө менән етәкселек итә, күптәре уларҙың бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Санто-Доминго нығытмалары ҡала пейзажының мөһим үҙенсәлеге була. Оборона стенаһы Осама йылғаһынан алып Пуэрта-дель Кондеға тиклем һуҙыла, ул XIX быуат аҙағына тиклем ҡала үҙәгенә һәм көнбайыш сигенә инеү урыны була. 1509 йылда, Фердинанд II ауылды «Һиндостандың беренсе ҡалаһы» тип атай, шунан һуң ҡалала Примада-де-Америка кафедраль соборы, Сан-Николас-де-Бари дауаханаһы, таможня һәм Изге Франциск монастыры төҙөлә; биналарҙың һәр береһен Көнбайыш ярымшарҙа беренсе тип иҫәпләргә була. 1538 йылда ҡалала Санто-Томас-де-Акино университеты асыла, ул да шулай уҡ Яңы Донъяла иң боронғоһо һанала.
Испанлылар был ауылды Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала үҙҙәренең биләмәләрен киңәйтеүҙе башлау өсөн файҙаланғандар, уның барышында Кариб бассейнында башҡа утрауҙарҙы һәм Америка континентының байтаҡ өлөшөн баҫып алғандар. Санто-Доминго Яңы Донъяла испан биләмәләренең баштан сәйәси һәм мәҙәни үҙәге булған, әммә бер нисә тиҫтә йылдарҙан һуң уның әһәмиәте кәмей башлай, сөнки испандар Мексиканы, Перуҙы һәм хәҙерге Латин Америкаһының башҡа төбәктәрен баҫып алғандан һуң, иғтибарын күберәк ҡитғаға туплай. Шулай ҙа колониаль ҡала мөһим тарихи урын булып ҡала.
1655 йылда офицерҙар Уильям Пенн һәм Роберт Венаблс етәкслеге аҫтында ҡаланы инглиздәр ҡамай. Ҡамау 1655 йылда колонияның капитан-генералы дон Бернардино де Менесес-и- Бракамонте, граф Пенальв етәкселеге аҫтында испан ғәскәрҙәре тарафынан бөтөрөлә, уның хөрәмтенә Пуэрта-дель-Кондеҙың ҡапҡаһы («Граф ҡапҡаһы») атала[3] . Фортификация стенаһының структураһы был ваҡиғанан һуң үҙгәрә. Ҡамауҙан һуң булған үҙгәреш стенаның фортҡа тиклем дауамын үҙ эсенә ала тип һанала, был ысынбарлыҡта бастионды булдыра, уны Эль-Балуарте-дель-Конде тип атайҙар.
XIX быуат аҙағында һәм XX быуат башында үҙенең иҫке сиктәре артына киңәйә башлай, әммә колониаль ҡала Трухильо дәүеренә тиклем бөтә яҡлап ҡала тормошоноң мөһим үҙәге булып ҡала. Трухильо хөкүмәте уның төп ҡомартҡыларын, шул иҫәптән Алькасар-де-Колонды тергеҙеү һәм 1965 йылдан Колониаль ҡаланың мираҫын һаҡлау буйынса төрлө эш менән шөғөлләнә башлай.
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге колониаль ҡала — дәүләт һәм коммерция эшмәкәрлегенең төп урындары ҡаланың башҡа өлөштәрендә урынлашһа ла, әлеге ваҡытта туристарҙың төп иҫтәлекле урыны.
Райондың үҙәк йәмәғәт урыны булып Парке-Колон — «Колумб майҙаны» тора, ул XVI быуат соборы менән сиктәш һәм уның уртаһында Христофор Колумбтың бронза һыны ҡуйылған. Праке-Колондан көнсығышҡа ҡарай һуйырташ менән түшәлгән Калье-Лас-Дамас урынлашҡан, ул Яңы Донъяның 1502 йылға ҡараған түшәлгән иң боронғо урамы булып тора. Урам райондың билдәле күп иҫтәлекле урындары менән сиктәш була, шул иҫәптән Доминикан Республикаһының тарихында мөһим ваҡиғалар урыны булған Осама ҡәлғәһе, Каса-де-Бастидас, хәҙер унда балалар музейы, Франция илселеге, һөйләүҙәр буйынса уның бинаһында ҡасандыр Эрнан Кортес йорто урынлашҡан, губернатор Николас де Овандоның резиденцияһы булған Каса-де-Овандо, хәҙер ул элекке губернаторҙар һарайында һәм Аудиенсия бинаһында урынлашҡан зиннәтле ҡунаҡхана, Доминика Республикаһының милли пантеоны һәм Король йорттарының музейы (исп. . Museo de las Casas Reales).
Калье-дель-Конда тик йәйәүлеләр урамы булып тора, унда XX быуат башының бер нисә билдәле коммерция бинаһы урынлашҡан, урам Колумб паркын Пуэрта-дель-Конде һәм һәм Бойондороҡһоҙлоҡ паркы менән тоташтыра. Тағы традицион иҡтисад район булып колониаль зонанан төньяҡҡа ҡарай Авенида-Дуартеның өлөшө тора, унда әлеге ваҡытта планлы реконструкция эштәре бара, уның маҡсаты был районға күп туристарҙы йәлеп итеү тора[4].
Калье-Лас-Дамастың төньяҡ өлөшө аҙағында реконструкцияланған һәм киңәйтелгән Испания майҙаны (исп. España de Plaza) Лас-Атарасанас (элекке диңгеҙ ихатаһы, хәҙерге ваҡытта музей.) һәм йәнәшәлә ҙур булмаған магазин һәм ресторандар менән сиктәш. Был өлкә Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала сауҙа үҙәктәренең береһе була һәм бөгөнгө көнгә тиклем шулай ҡала. Ҡасандыр Колумб ғаиләһенең колониаль һарайы булған Алькасар-де-Колон хәҙерге ваҡытта музей булып тора, унда боронғо йорт йыһаздары, биҙәүестәр ҡуйылған. Бина 1510 йылда төҙөлгән һәм хәҙерге ҡиәфәтендә 1952 йылда реконструкцияланған.
Колониаль ҡалаға йәнәш ятҡан Осама йылғаһындағы портҡа 700 миллион АҠШ доллары күләмендә инвестиция һалына, уның маҡсаты Санто-Домингоны бай сәйәхәт караптары инеү портына әйләндереү була һәм шул иҫәптән унда яхталар өсөн шәхси пристань ойошторорға уйлайҙар. Проектты Sans Soucí Ports S.A компанияһы тамамлай. Бәлки, был ылыҡтырғыс проект колониаль ҡаланың һәм Санто-Домингоның ҡалған өлөшөн туристар өсөн йәлеп итеүсәнлегенең үҫешенә булышлыҡ итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Санто-Доминго колониаль ҡалаһы Викимилектә |
- ↑ 1,0 1,1 1,2 http://whc.unesco.org/en/list/526
- ↑ UNESCO — Justification for Inscription
- ↑ El Baluarte del Conde . DiarioLibre.com (2010). Дата обращения: 28 июль 2010. Архивировано 2 февраль 2014 года. 2014 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Inician asfaltado avenida Duarte 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.Diario Libre Online - Spanish