Эстәлеккә күсергә

Сара Тастанбәк ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сара Тастанбәк ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1853
Вафат булған көнө 1907
Һөнәр төрө яҙыусы

Сара Тастанбәк ҡыҙы (1878, Капал — 1916)- ҡаҙаҡ аҡын-ҡатын-ҡыҙы: шағирә һәм думбырасы. Айырыуса Биржан-сал Кожағул улы менән әйтеш (ҡара-ҡаршы шиғри ярыш) аша билдәле.

Сығышы менән Найман (Урта йөҙ) ҡәбиләһенең Матай нәҫеленән[1][2][3]

Ер Тоҡпанбәт батырҙың нәҫеле, билдәле ҡаҙаҡ композиторы — Молыҡбай Байсаҡ улының туғаны. Сара үҙенең тормошо тураһында «Тоҙаҡ» («Западня») поэмаһында һөйләй. «Йөрәк», «Йөрәк серҙәре» шиғырҙарында мәжбүр итеүҙән азат мөхәббәткә дан йырлай. «Горевала», «У бессовестного брата», «Уныние» уйланыу-шиғырҙарында әсе тормош дөрөҫлөгө, ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡһыҙ хәле һүрәтләнә. Шулай уҡ уның «Йәйләүгә», «Әбеш иҫтәлегенә», «Хуш, минең ауылым» (1906) һәм башҡа шиғырҙары билдәле[4].

Сара Тастанбәк ҡыҙы шулай уҡ әйтеш оҫтаһы булған: уның 37 йәшлек Биржан-сал Кожағул улы менән шиғри ярышы жанр классикаһына әйләнә, данлыҡлы аҡын шиғри ярыш өсөн 1871 йылда Аҡмулла өлкәһенән Семиречьеға (Жетісу) махсус рәүештә килеп етә[5]. Был әйтештә 18 йәшлек Сара ирекле, мәжбүри булмаған һөйөү тураһында хыялланыуҙан туҡтамаған ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙының сараһыҙлығын, көсһөҙлөгөн, әсе яҙмышын күрһәтә. Биржан һәм Сара әйтеше Сара хажи Йосоп Шәйех-Ислам улы һүҙҙәренән яҙып алынған, тәүге тапҡыр 1898 йылда Ҡаҙанда баҫылып сыға[4] Был әйтеш нигеҙендә 1946 йылда композитор М. Түлебаев «Биржа һәм Сара» (К. Джумалиев либреттоһы) операһын яҙа[5].

Шулай уҡ уның Асет Найманбаев (1889 йыл), Торебай Ескожа улы (1900 йыл) менән әйтештәре билдәле [4].

Сара Тастанбәк ҡыҙының кәшәнәһе

Ҡаҙағстан Республикаһының Мәҙәниәт һәм спорт министрлығы заказы буйынса Сараның тыуған яғында, Карашокы төбәгендә (элекке Капал районы), уның тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы ҡәбер ташы төҙөлә, уның авторы М. Маманбаев. Кәшәнә архитектураһында боронғо ҡаҙаҡ эпосы элементтары сағыла. Кәшәнә янында ике ҙур мәрмәр киҫәге һалынған, береһендә «Сара Тастанбекқызы 1878—1916» яҙыуы соҡоп яҙылған, ә икенсеһендә шағирәнең әйткән һүҙе:

« Дүниеге келіп, кетер әркім қонақ,
Солардың біреуi мен — өмірі шолақ.
»
Был донъяға килгәс, ҡунаҡ кеүек, китә барыһы ла,


Улар араһында, ғүмере барыһынан да ҡыҫҡараҡ мин дә бар.
  • 1993 йылда яҙыусы-тыуған яҡты өйрәнеүсе Танирберген Калилахановтың «Аҡын Сара» китабы сыға[6].
  • 1993 йылда Талдыҡорғанда йәмле скверҙа аҡын Сараға һәйкәл ҡуйыла, унда ул думбыра менән ултыра, уға тейен, ҡош һәм ҡоралай һыйынған. Скульпторы Т. С. Досмагамбетов.
  • Район үҙәге Жансуғуровта аҡын Сара исемендәге йәштәр мәҙәни үҙәге асылған, эргәһендә шағирәнең һәйкәле ҡуйылған.
  • Алматы өлкәһенең Ескельдин районында ауыл уның хөрмәтенә Аҡын Сара тип аталған, Алма-Атала, Астанала, Талдыҡорғанда һәм Ҡаҙағстандың башҡа тораҡ пункттарында урамдар уның хөрмәтенә аталған.
  • 1993 йылда аҡын-шағирәнең тыуыуына 155 йыл тулыу уңайынан Аҡын Сараның мемориаль музейы асыла. Музей майҙаны 115,5 квадрат метр тәшкил иткән тарихи бинала урынлашҡан. Музей фондында 811 экспонат бар, улар «Сараның бала сағы», «Сара үҫкән мөхит», «Сараның ижады», «Сараның мираҫын өйрәнеүселәр һәм эйәреүселәр» тематик экспозициялары менән дүрт залдан тора. Музейҙың урынлашҡан ере — Алматы өлкәһе, Аксу районы, Капал ауылы, Оло Момышулы урамы 14.
  1. Жолдасбекұлы М., Салғараұлы Қ., Сейдімбек А. Тастанбекқызы Сара // Елтұтқа. Ел тарихының әйгілі тұлғалары. — Астана: KÜL TEGIN, 2001. — С. 267. — 358 с. — ISBN 9965-441-26-X.
  2. Ақын Сара ұрпақтарының үні – «Жәрдем». zhardem.kz. Дата обращения: 12 февраль 2021. Архивировано 20 апрель 2021 года.
  3. Жемісбек Толымбеков. Ақын Сара жөніндегі ақиқат (ҡаҙ.). abai.kz. Дата обращения: 12 февраль 2021. Архивировано 21 апрель 2021 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 4: Язык. Литература. Фольклор. Искусство. Архитектура. — С. 485. — 31 300 экз. — ISBN 5-89800-023-2.
  5. 5,0 5,1 Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 4: Язык. Литература. Фольклор. Искусство. Архитектура. — С. 163—164. — 31 300 экз. — ISBN 5-89800-023-2.
  6. ЖАВОРОНОК СТЕПИ — АКЫН САРА. Дата обращения: 1 ғинуар 2019. Архивировано 2 ғинуар 2019 года.