Эстәлеккә күсергә

Сауҙа йорто (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сауҙа йорто
Нигеҙләү датаһы 1805
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новочеркасск
Архитектор Вальпреде, Иван Осипович[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия России в Новочеркасске[d]
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d][1]
Указания, как добраться Платовский проспект, 61
Карта
 Сауҙа йорто Викимилектә

Сауҙа йортоРостов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһындағы тарихи бина

Адресы: Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Платов проспекты, 59б.

Платов проспектындағы Сауҙа йорто бинаһы ике ҡатлы тарихи ҡоролма булып тора, ул XIX быуатта төҙөлгән. Башта Сауҙа йортоноң таш бинаһы урынында шул уҡ Сауҙа йортоноң ағас бинаһы урынлаша. 1805 йылдың 18 майында Новочеркасск ҡалаһына нигеҙ һалған көндә майҙанда таш сауҙа йортоноң нигеҙенә таш һалына. Бина менән йәнәш майҙан башта Сауҙа йорто майҙаны тип атала

Йорттоң ике оҙон яғы булған. Хәҙерге ваҡытта тик уң яғы һәм һул яғының бәләкәй өлөшө һаҡланған. Сауҙа йорто бинаһын ланлаштырыуҙы һәм төҙөлөшөн архитектура академигы И.О. Вальпреде башҡарған. Бина ҙур һәм оҙон булған, унда күп һанлы кибеттәр урынлашҡан булған.

XX быуат башында бинала дүрт кинотеатр эшләй: «Бомонд», «Палас», «Варьете», «Идэм». Сауҙа рәттәре Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында өлөшләтә янып юҡҡа сыға, әлеге ваҡытта улар урынында ҡала хакимиәте бинаһы урынлашҡан.

Вальпреде бинала һуңғы классизицм һәм ампир биҙәлеше мотивтарын ҡулланған. Бинаның тәҙрәләре ярым түңәрәк, ҡат араһында кәрнизе бар. Бина һары төҫкә буялған, архитектура элементтары аҡ төҫтә.

Новочеркасск. Энциклопедия. Новочеркасск. Изд. Новопринт. 2005. С. 74. ISBN 5-94549-006-7.

  1. https://pravo.donland.ru/doc/view/id/%D0%9F%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B0%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%B5_20_01-01_1615_05122019_15126/