Эстәлеккә күсергә

Саҡ-суҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Саҡ-суҡ — өкөләр ғаиләһенә ҡараған төн ҡошо. Көндөҙ ул ағас ҡыуышында йә ҡуйы япраҡтар араһында боҫоп ултыра, һунарға ҡараңғы төшкәс кенә сыға. Суҡ — сыйырсыҡтан саҡ ҡына ҙурыраҡ өкө. Бик йәшерен ҡош, бала сығарғанда инә ҡош хатта ояһынан сығып та йөрөмәй, уға ашарға ата ҡош ташый. Ояһының янына уҡ килеп етһәң дә, улар боҫоп ҡалыуҙы хуп күрә. Төп ризығы — төнгө эре күбәләктәр. Өкөлөгөнә барып, тәлмәрйен, сысҡан кеүек ваҡ йән эйәләрен дә аулауы мөмкин. Өс аҙна баҫҡандан һуң сыҡҡан ҡош балалары ай тирәһендә оянан осоп сыға. Суҡтар туптарға ойошмай, йылы яҡҡа киткән һәм ҡайтҡанда яңғыҙышар, төндәрен осалар.

Туй мәлдәрендә, парлашып оя ҡорғанға тиклем, был ҡоштарҙың икәү ара: «Суҡ! Саҡ!» — тип ҡысҡырып хәбәрләшеүен ишетергә мөмкин.