Себер дәүләт технология университеты
Себер дәүләт технология университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Сибирский лесной институт, Сибирский лесотехнический институт, Сибирский технологический институт, Красноярская государственная технологическая академия, Сибирский государственный технологический университет, Сібірскі лясны інстытут, Сібірскі лесатэхнічны інстытут, Сібірскі тэхналагічны інстытут, Краснаярская дзяржаўная тэхналагічная акадэмія һәм Сібірскі дзяржаўны тэхналагічны ўніверсітэт |
Ректор | Огурцов, Виктор Владимирович[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Красноярск |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Красноярск, Рәсәй |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2016 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Сибирского технологического университета[d] |
Себер дәүләт технология университеты Викимилектә |
Себер дәүләт технология университеты — Красноярск ҡалаһының 1930—2016 йылдарҙа эшләгән иң өлкән юғары уҡыу йорто. Академик М. Ф. Решетнёв исемендәге Себер дәүләт аэрокосмос университетына ҡушылды һәм уның менән бергә терәк университеты — Академик М. Ф. Решетнёв исемендәге Себер дәүләт фән һәм технологиялар университетын ойошторолдо.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылда Себер урман институты (Омск ҡалаһындағы Себер ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ институтының урман факультеты базаһында) булараҡ нигеҙ һалынған.
1933 йылда Себер урман техник институты тип, 1958 — Себер технология институты (СТИ) тип үҙгәртелә.
1982 йылда Лесосибирск ҡалаһында институттың беренсе филиалы барлыҡҡа килә.
1990-сы йылдарҙа институт составына Юғары информатика колледжы индерелә, һәм 1994 йылда берләштерелгән уҡыу йортоноң исеме Красноярск дәүләт технология академияһы[2] тип үҙгәртелә.
1997 йылда аттестация һөҙөмтәләре буйынса юғары уҡыу йорто университет статусын ала һәм Себер дәүләт технология университеты тип атала башлай.
Белгестәрҙе әҙерләү бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләүҙең алты йүнәлеше һәм утыҙ ике һөнәр буйынса туғыҙ көндөҙгө һәм ике ситтән тороп уҡыу факультеттарында алып барыла.
2016 йылда Красноярск ҡалаһында терәк университетында булдырыу маҡсатында, Себер дәүләт технология университеты академик М. Ф. Решетнёв исемендәге Себер дәүләт аэрокосмос университетына ҡушыу юлы менән, үҙгәртеп ойошторола.[3][4] 2017 йылдың 12 майында уның менән бергә Академик М. Ф. Решетнёв исемендәге Себер дәүләт фән һәм технологиялар университетын барлыҡҡа килтерә.
Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урман-инженер
- Автоматлаштырыу һәм мәғлүмәт технологиялары (алда ФАР тип аталды)
- Урман хужалығы
- Ағас механик технологиялары
- Тәбиғи берләшмәләрҙе эшкәртеү
- Химия технологияһы (элекке полимер композицияһы һәм яғыулыҡ, инженер-химик-технология факультеттары)
- Гуманитар
- Иҡтисад
- Механика
- Юғары уҡыу йортона тиклемге әҙерләү
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Сибирский государственный технологический университет (СибГТУ) . Дата обращения: 22 ғинуар 2019.
- ↑ На кого опираться университету 2021 йыл 7 март архивланған. // Красноярский рабочий, 07.06.2016
- ↑ Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации № 225 от 17.03.2016 «О реорганизации федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования „Сибирский государственный аэрокосмический университет имени академика М. Ф. Решетнёва“ и федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования „Сибирский государственный технологический университет“» 2022 йыл 21 ғинуар архивланған. (копия)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Красноярск // Большая энциклопедия: В 62 томах. — М.: Терра, 2006. — Т. 24. — С. 79—80. — 592 с. — ISBN 5-273-00432-2.
- Российская академия наук. Сибирское отделение: Исторический очерк / Е. Г. Водичев, С. А. Красильников, В. А. Ламин и др. — Новосибирск: Наука, 2007. — 510 с. — 1200 экз. — ISBN 978-5-02-032108-3.