Селби халыҡ китапханаһы
Селби халыҡ китапханаһы | |
ингл. Selby Public Library | |
Нигеҙләү датаһы | 1907 |
---|---|
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
Административ-территориаль берәмек | Сарасота һәм Флорида |
Рәсми сайт | scgov.net/library/ |
Селби халыҡ китапханаһы (ингл. Selby Public Library) ― Флорида штатындағы Сарасота ҡалаһында урынлашҡан китапхана. 1907 йылда нигеҙ һалынған һәм ҡала тарихындағы беренсе халыҡ китапханаһы булған [1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Селби халыҡ китапханаһы Ҡаланы төҙөкләндереү йәмғиәте башланғысы ярҙамы менән барлыҡҡа килгән. Уның ағзалары, 65 доллар (йәки 2016 йыл үлсәме буйынса 1000 доллар) иғәнә индереп, Файв-поинтс китапхана бүлмәһен йыһазлаған. Китап фонды иғәнәләр булышлығы менән тулыландырылған, ул асылғанда 51 яҙылыусы иҫәпләнгән. 1913 йылда китапхана Ҡатын-ҡыҙҙар клубына, ә 1915 йылда Ҡатын-ҡыҙҙар клубы бинаһының көнсығыш ҡанатына күсерелә.
Тиҙҙән Сарасота ҡала советы Мэйн-стрит урамындағы иҫке мәктәп бинаһын биш йыл дауамында бушлай ҡуртымға алыу өсөн йылына 150 доллар аҡса бүлгән. 1940 йылда Ҡатын-ҡыҙҙар клубы ҡаланан китапхананы тотоуҙы үҙ өҫтөнә алыуҙы талап иткән, шуға күрә муниципалитет китапхана фондын яңы ойошторолған Чидси китапханаһына күсергән.
1970 йылдар уртаһында округҡа тағы ла күберәк кеше күсеп килгән, һәм шуға күрә өҫтәмә китаптар һәм материалдарға ихтыяж артҡан. 1976 йылдың 24 июнендә китапхана Сәнғәт бульварына күсерелгән, һәм китапхана идаралығы Сарасота округының Тарих йәмғиәте ҡарамағына күсерелгән.
Уильям. Дж. һәм Мари Селби Фондынан 500 000 доллар кеүек ҙур күләмле иғәнәһенең һуң, учреждение улар хөрмәтенә атала башлаған [2]. Уильям һәм Мари Селби билдәле меценат, нефть һәм газ компаниялары хужалары булған. Улар Сарасотаға байтаҡ аҡса инвестициялаған, шулай уҡ, шул иҫәптән китапханаға иғәнә бүлеп, [3] ҙур ярҙам иткән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Sarasota County Library System. — University of South Florida: University of South Florida Library. — P. 2.
- ↑ Sarasota County Library System. — University of South Florida: University of South Florida Library. — P. 2.
- ↑ William G. and Marie Selby | Sarasota History Alive! history.(недоступная ссылка)