Эстәлеккә күсергә

Семеусов Валерий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Семеусов Валерий Александрович
Тыуған көнө

11 ноябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Вафат көнө

10 октябрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (85 йәш)

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр докторы

Семеусов Валерий Александрович ( 11 ноябрь 1936, Иркутск) — юрист, СССР һәм Рәсәй гражданлыҡ хоҡуғы белгесе; Иркутск дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған (1960), юридик фәндәр докторы, диссертацияһын хужалыҡ килешеүҙәре тураһында яҡлаған (1987); Иркутск дәүләт университетының гражданлыҡ хоҡуғы һәм процесы кафедраһы профессоры һәм мөдире ; Байкал дәүләт иҡтисад һәм хоҡуҡ университеты юридик факультетның эшҡыуарлыҡ хоҡуғы кафедраһы мөдире һәм факультетты ойоштороуҙың инициаторы.

1936 йылдың 11 ноябрендә Валерий СемеусовИркутскиҙа элекке крәҫтиән Александр Иванович Семеусов һәм Татьяна Андреевна Вологина ғаиләһендә тыуа. Семеусов Валерий әсәһенән бик иртә етем ҡала һәм әсһе яғынан өләсәһендә һәм Икенсе донъя һуғышынан тере ҡайтҡан атаһы тарафынан тәрбиәләнә. Валерий 1955 йылда В. В. Маяковский исемендәге 11-се урта мәктәпте тамамлай һәм Иркутск дәүләт университеты (ИLE) юридик факультетына уҡырға инә. 1960 йылда уны «хоҡуҡ белеме» буйынса тамамлап сыға.

1961 -1962 йылдар буйынса Семеусов Братск ҡала прокуратураһында тәфтишсе һәм туған Иркутскиҙа прокурор ярҙамсыһы була. 1962-1964 йылда ул Көнсығыш Себер халыҡ хужалығы соаветында (эшселәрҙе тәьмин итеү һәм машиналар эшләү идаралығында) өлкән юристконсультант вазифаһын башҡара . 1964 йылда ғилми-уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлай: ғинуар айында Иркутск дәүләт университетының граждандар хоҡуғы һәм граждандар процесы кафедраһында штатлы уҡытыусы булып китә (юридик факультеттың деканы профессор Вадим Пертцик Семеусовты был вазифаға саҡырып ала). Институт студенттарына «колхоз хоҡуғы» (ергә хоҡуҡ) курсын уҡыта; 1966 йылдың декабрендә ошо уҡ кафедраның өлкән уҡытыусыһы була.

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1967 йылдың көҙөндә Валерий Семеусов Бөтә союз юридик ситтән тороп уҡыу институтының (ВЮЗЯ) аспирантураһына уҡырға инә; 1969 йылдың октябрендә ул «Договорные отношения по материально-техническому обеспечению сельского хозяйства» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — «гражданлыҡ хоҡуғы һәм гражданлыҡ процесы» һөнәре буйынса юридик фәндәр кандидаты була. Бер айҙан һуң ул ИДУ-ның доценты позицияһын биләй һәм гражданлыҡ хоҡуғы буйынса студенттарҙы уҡыта башлай, шулай уҡ — хужалыҡ хоҡуғы һәм тәьмин итеү килешеүҙәре мәсьәләләре буйынса махсус курстар алып бара. 1971 йылдың мартында гражданлыҡ хоҡуғы һәм процесы кафедраһында доцент исемен ала.

1972-1974 йылдарҙа Семеусов Киров район советы депутаты булып тора. 1974 йылдың декабрендә Семеусов университеттың өлкән ғилми хеҙмәткәре була, Был уға үҙенең докторлыҡ диссертацияһын яҙыу менән шөғөлләнеүенә мөмкинлек бирә. Шул уҡ йылда «Функции хозяйственного договора» китабын яҙа. 1987 йылда ул ВЮЗИ уҡыу йортонда «Хозяйственный договор в агропромышленном комплексе: перспективы развития» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай — «граждандар хоҡуғы, ғаилә хоҡуғы» һөнәре буйынса юридик фәндәр докторы булып китә. 1989 йылда прфессор исемен ала — Иркутсҡ халыҡ хужалығы институтының (хәҙер Байкал иҡтисад һәм хоҡуҡ университеты) иҡтисади контроль һәм ревизия кафедраһы профессоры вазифаһын биләй..

СССР тарҡалғас, 1990 йылдың ғинуарында ул Иркутск халыҡ хужалығы институтына даими эшкә күсә, унда хужалыҡ хоҡуҡтары кафедра мөдире була (бөгөн — финанс һәм эшҡыуарлыҡ хоҡуғы кафедраһы); 19 йыл буйы былпосында ҡала. .

1998 йылда Семеусов аспирантураның «эшҡыуарлыҡ (хужалыҡ) хоҡуғы» йүнәлеше буйынса ғилми етәксеһе була. 2000 йылда уға «РФ юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» исеме, ә 2009 йылда «Байкал дәүләт иҡтисад һәм хоҡуҡ университетының почетлы профессоры» исеме бирелә.

Валерий Семеусов тиҫтәләрсә ғилми баҫмаларҙың авторҙары һәм авторҙаштары, шул иҫәптән ике монография һәм ҡырҡ уҡыу әсбаптары авторы. Профессор Семеусов « юридик шәхесте бөтөрөү» хоҡуҡ категорияһының Рәсәйҙә нисек көйләнеүенә иғтибар итә [1]; бынан тыш, ул, «килешеүҙең, шул иҫәптән, көйләү функцияһы һәм ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе локаль көйләү функциялары бар» тип иҫәпләй[2]:

  • Функции хозяйственного договора. Иркутск, 1979[3].
  • Договоры в сельском хозяйстве: Методология и концепции. М., 1985.
  • Коммерческое право. Ч. 1, 2. Иркутск, 1997.
  • Правовое регулирование иностранных инвестиций. Иркутск, 1985.
  • Правосубъектность арендного предприятия (юридические гарантии прав арендного предприятия). Иркутск, 1991.
  • Предпринимательство и право. Иркутск, 1996.
  • Санкции в хозяйственном законодательстве: учебное пособие. Иркутск, 1982.
  • Нижечек, Владимир Ильич
  1. Епифанова Т. В., Евстафьева Е. И., Цыганок Т. И. Правовые проблемы ликвидации юридических лиц // Проблемы экономики и юридической практики. — 2018. — В. 5. — С. 147. — ISSN 2541-8025.
  2. Поваров Ю. С. Проблема квалификации сделочных условий в качестве нормативных положений // Пролог: журнал о праве. — 2013. — В. 3. — ISSN 2313-6715.
  3. Сатина Э. А. Сущность, значение и функции гражданско-правового договора // Вестник Тамбовского университета. Серия: Гуманитарные науки. — 2014. — В. 7 (135). — ISSN 1810-0201.
  • Иркутский государственный университет: ректоры, профессора, деканы (1918—1998 гг.) / сост. С. И. Кузнецов. Иркутск, 1998.
  • Казарин В. Н. Корифей хозяйственного права Валерий Александрович Семеусов // Байкальский университет. 2011. № 20(95). 17 ноября.
  • Профессор Валерий Александрович Семеусов: биобиблиографический указатель / сост. А. Н. Бурзунова, Т. Н. Маркина. Иркутск: БГУЭП, 2011.