Эстәлеккә күсергә

Семён Дежнёв һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Семён Дежнёв һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1956
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Уэлен[d]
Коллекцияләре мыс Дежнёва[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27602873?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться 22 км юго-юго-восточнее села, мыс Дежнева
Карта
 Семён Дежнёв һәйкәле Викимилектә

Семен Дежнев һәйкәле — рус казак-ергиҙәре Дежнев Семен Ивановичҡа арналған һәйкәл. Чукоткала, Рәсәй көнсығышының ситке нөктәһендә — Дежнев морононда тора. Эскимостарҙың ташланған элекке Наукан утрағы территорияһындағы Уэлен ауылынан 22 км көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан.

Революцияға тиклемге һәйкәл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1898 йылда Дежневтың диңгеҙ аша сығыуына 200 йыл тулыу айҡанлы Азияның көнсығышынындағы иң сигендә торған Оло Таш мороно Дежнев мороно тип үҙгәртелә. 1908 йылда, Приамурье өлкәһенең 50 йыллыҡ юбилейына Дежнев һәйкәлен эшләүгә конкурс иғлан ителә. Һәйкәлде Хабаровскиҙә ҡуйырға ниәтләйҙәр. Һәйкәл проектын эшләүселәр араһында тыуған яҡты өйрәнеүсе, рәссам генерал-майор М. С. Латернер була. Һәйкәлдең барельефтарында тарихи ваҡиғаларҙы дөрөҫ һүрәтләү маҡсатында ул Владивосток порты булышлығында Дежнев исеме менән бәйле урындарға юллана. Латернер юлдан ҡайтҡас, һәйкәлде моряктар өсөн файҙалы булырлыҡ эшләүсе маяҡ итеп яһап, Хабаровскиҙа түгел, ә Дежнев морононда ҡуйырға тәҡдим итә. Әммә ул ваҡытта уның концепцияһының дауамы булмай ҡала.

1910 йылда Приамурье генерал-губернаторы П. Ф. Унтербергер, Чукоткаға «Шилка» карабында барған саҡта, Император Гаванында 20 ҡарағас бүрәнә һатып ала, һәм уның төҡдиме буйынса карапта йөҙөп барған саҡта уҡ һәйкәл буласаҡ тәрене эшләй башлайҙар. Август айында «Шилка» Науканға килә. Тәрене морондоң текә ҡаяһына ҡуйыу мөмкин булмағанлыҡ, уны Наукан ултырағының төньяҡ сигендәге Ингегрук сопкаһына ҡуйырға булалар. Тәрене унда күтәреп алып барыу бик ауырға төшә, был операцияға 40 кеше йәлеп ителә. Ике көндән һуң ун биш метр оҙонлоғондағы тәрене тау башына мендерәләр, әммә һауа шарттары насарая башлауҙан уны урынлаштырыу мөмкинлеге юҡҡа сыға. Шул уҡ ваҡытта эскимостар америка шхунаһының ҡыйралышы тураһында хәбәр килтерә. «Шилка» ватылған шхунаның командаһын эҙләргә сығып китә. Ҡотҡарылған америка экипажы Аляскаға килтерелә, аҙаҡтан 1 сентябрҙә рус экспедицияһы кире Науканға килә һәм һәйкәлде урынлаштыра. Һәйкәл ике ҡарағас ҡамыт менән таттырылған дүрткелләп йышылған ҡарағас бүрәнән эшләнгән һәм ҡаҙылған соҡорға баҫтырылған. Тәренең аҫҡы өлөшөн эре таштар менән баҫтырып, көпләп ҡуйғандар. Түбәнге таш көпләнгән өлөшө ҙур. Диңгеҙ яғынан һәйкәлгә баҡыр табличка беркетелгән һәм унда рус һәм инглиз телдәрендә :

Памяти Дежнева. Крест сей воздвигнут в присутствии Приамурского генерал-губернатора генерала Унтербергера, командою военного транспорта «Шилка», под руководством командира, капитана 2 ранга Пелля и офицеров судна 1 сентября 1910 года. Мореплаватели приглашаются поддерживать этот памятник. тип яҙылған.

Һәйкәлде ҡуйыуҙа ярҙам иткән эскимостарға рәхмәт йөҙөнән төҙөлөш материалдары һәм аҙыҡ ҡалдырылған һәм уларға һәйкәлде һәр саҡ ҡарап торорға ҡушҡандар[2].

1928 йылда тәре-һәйкәл һүтелгән, сөнки урындағы власть тәрене дин һәм самодержавие символы тип аңлаған[3].

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. С.Ю. Шокарев. I // История мемориала Семёну Дежнёву на мысе Дежнёва. — Департамент образования, культуры и спорта Чукотского автономного округа. — Москва—Анадырь, 2016. — С. 96—114.
  3. А. Першин. Доброе дело командира Пелля. «Вокруг Света» (1 июль 1998).