Сепидруд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сепидруд
Нигеҙләү датаһы 1968
Спорт төрө Футбол
Дәүләт  Иран
Лигала уйнай Iran Football's 2nd Division[d]
Йорт стадионы Shahid Dr. Azodi Stadium[d]
Хужаһы Али Карими[d]
Рәсми сайт sepidroodclub.com
Категория игроков команды Category:Sepidrood Rasht S.C. players[d]
 Сепидруд Викимилектә

Сепидруд Решт СК(фарс. باشگاه فوتبال سپیدرود رشت) — Ирандың Гилян провинцияһы үҙәге Решт ҡалаһының футбол клубы. Команда өйҙәге матчтарын яҡынса 15 000 тамашасыны һыйҙырған Джангала Сардар стадионында үткәрә[1]. 2017 йылдан алып клуб Ирандың Про-лигаһында сығыш яһай.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Сепидруд Решт» төньяҡ Ирандың иң боронғо һәм Решт ҡалаһының беренсе спорт клубы, уға 1968 йылда нигеҙ һалына. Йылға Решт ҡалаһынан бер нисә саҡрымда аҡҡан Сефидруд йылғаһының исеме спорт клубына бирелә. Команда 1979 йылғы Ислам революцияһынан һуң бер нисә тапҡыр 1983, 1986 һәм 2003 йылдарҙа Гилян провинция лигаһының чемпионы була.

2010 йылдың 15 майында «Сепидруд Решт» 11 йыл эсендә беренсе тапҡыр Азадеган лигаһында сығыш яһау хоҡуғы ала, ләкин ошо уҡ йыл миҙгелендә үҙ төркөмөндә һуңғы урынды биләй һәм кире Икенсе дивизионға сыға[2]. 2013/14 миҙгелдә команда уйындан сығыу финишы зонаһында була һәм Өсөнсө дивизионға китергә тейеш була, әммә клуб шул уҡ Гилян провинцияһының «Ленгерудтан Шахрдари» клубы лецензияһын һатып ала, шулай итеп клуб Икенсе дивизионында тороп ҡала. 2016 йылда «Сепидруд Решт» финалда еңә һәм алты йыл үткәс үҙенең Азадеган-лигаһына кире ҡайта[3].

Команда 2016/17 чемпионатында бик яҡшы старт ала, турнирҙың беренсе яртыһынан һуң лидер булып тора. Унан алдағы турҙа «Сепидруд Решт» ҡунаҡта үҙенең төп дәғүәсеһе булған «Гол Гохарҙан» еңелә[4] һәм Про-лигаға сығырға хоҡуҡ биргән икенсе урынын хәүеф аҫтына ҡуя. Әммә һуңғы турҙа «Сепидруд Решт» өйҙәге ярышта «Нассаджи Мазандаранды» еңә һәм 49 йыл эсендә беренсе тапҡыр үҙ тарихында Ирандың төп лигаһына инә[5].

Бөтә был уңыштар ике йыл эсендә Икенсе дивизиондан Про-лигаға күсеүҙе команда Решт ҡалаһында тыуған баш тренер Али Назармохаммади етәкселеге аҫтында башҡара, әммә 2017 йыл аҙағында «Сепидруд Решт» яңынан лиганан сығыу зонаһына эләгә, шунлыҡтан баш тренер эштән сығарыла. 2018 йылға уның вазифаһынан Али Кәрими биләй, ул клубты дебют сезоны йомғаҡтары буйынса түбән төшөрөүҙән һаҡлап ҡала. Клуб Азадеган лигаһында үҙ урынында ҡала. Шул уҡ йылдың июлендә Кәримиҙе Ходадад Азими алмаштыра, ләкин ай ярымдан һуң Кәрими элекке вазифаһына кире ҡайта.

Ҡаҙаныштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Азадеган лигаһы:
    • 2 урын (1): 2016/17

Символикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең нигеҙләнгән ваҡытынан алып « Сепидруд Решт» аҡ һәм ҡыҙыл төҫтәр ҡуллана. Үҙ көйәрмәндәре араһында ул Ҡыҙыл армия тигән исем йөрөтә.

Дәғүәселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Сепидруд Рештың» иң принципиаль дәғүәсеһе — шул уҡ Гилян провинцияһының «Малаван» клубы.«Малаван» һәм «Сепидруд» йәки «Дамаш» алыштарын йыш ҡына Эль Гиляно тип йөрөтәләр.

Сығыштар тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел Лига Урын Иран Кубогы
2005/06 Икенсе дивизион 5 2 раунд
2006/07 13
2007/08 3
2008/09 4
2009/10 2nd
2010/11 Азадеган Лигаһы 14-е 4 раунд
2011/12 Икенсе дивизион 10-сы 1 раунд
2012/13 4
2013/14 12- 4 раунд
2014/15 2
2015/16 1
2016/17 Азадеган Лигаһы 2
2017/18 Про-лига 13 Өсөнсө раунд
2018/19

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Sardar Jangal Stadium. soccerway. Дата обращения: 6 ноябрь 2018.
  2. Azadegan League. 2010/2011. Group B. soccerway. Дата обращения: 6 ноябрь 2018.
  3. جدول ليگ دو (جام آزادگان)لیگ دسته دو مرحله ۲ گروه ۲. iranleague.ir. Дата обращения: 6 ноябрь 2018. 2017 йыл 16 август архивланған.
  4. Gol Gohar 3–2 Sepidrood. soccerway. Дата обращения: 6 ноябрь 2018.
  5. Sepidrood 3–2 Nassaji Mazandaran. soccerway. Дата обращения: 6 ноябрь 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]