Серб Республикаһының динары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Динар

Динар, Dinar

1993 йылғы 1 000 000 динар
1993 йылғы 1 000 000 динар
Әйләнештә булыу биләмәһе
Эмиссия Республика Сербская Республика Сербская
Сығарылма берәмектәр
Параллель валюта Югослав динары (YUN)
Ваҡ аҡсалар
Ваҡ аҡсалар сығарылмай
Тарих
Индерелгән 1992 йыл
Әйләнештән сығарыу башланған 1994 йыл
Һуңынан килеүсе валюта Конвертацияланған марка (BAM)
Банкноталар һәм ваҡ аҡса баҫыу
Эмиссионный центр Серб Республикаһының Халыҡ банкы
Курс һәм нисбәте
1 югослав динары YUM = 1 динар

Серб Республикаһының динары (сер. Динар Републике Српске Динар Републике Српске) — Серб Республикаһының 1992—1998 йылдарҙағы аҡса берәмеге.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Динар 1992 йылда  индерелә һәм югослав динары менән йәнәш  1:1 нисбәтендә әйләнештә йөрөй.

Босния һәм Герцеговина Серб Республикаһы Халыҡ банкының 1992 йыл өлгөһөндәге банкноталары 10, 50, 100, 500, 1000, 5000, 10 000 динар номиналлы итеп сығарыла. Унан һуң  1993 йыл өлгөһөндә шундай уҡ биҙәлешле 50 000, 100 000, 1 миллион, 5 миллион, 10 миллион динарлыҡ банкноталар сығарыла. 1993 йылда 1992 йыл өлгөһөндәге 50 динарлыҡтар,  «МИЛИОНА ДИНАРА»   тигән һүҙҙәрҙе өҫтәп, 50 миллион динарлыҡ итеп сығарыла.

1992 йылдың 12 авгусында банктың атамаһы үҙгәртелеп, ул Серб Республикаһының Халыҡ банкы тип йөрөтөлә башлай.  Банктың яңы атамаһы яҙылған банкноталар, элгәрге сығарылыштарҙағы биҙәлешен һаҡлап, 1993 йылда баҫтырыла. Банктың яңы атамаһы яҙылған 1993 йыл өлгөһөндәге банкноталарҙың номиналдары: 100 миллион, 1 миллиард, 10 миллиард динар.

 1993 йылдың 1 октябрендә 1 000 000:1 нисбәтендә динарға деноминация үткәрелә, бер үк ваҡытта  югослав динары ла деноминациялана.  1993 йыл өлгөһөндәге яңы серия банкноталары сығарыла башлай. Был сығарылыш банкноталарының бөтәһенә лә Петар Кочич портреты төшөрөлә. 5000, 50 000, 100 000, 1 миллион, 5 миллион, 100 миллион, 500 миллион, 10 миллиард, 50 миллиард динарлы банкноталар сығарыла[1].

1994 йылдың 24 ғинуарында  Югославияла «яңы динар» индерелә, уның курсы немец маркаһына бәйләнә. 1994 йылдың 15 февралендәге «Югославия Союз Республикаһы, Серб Республикаһы һәм  Серб  Краинаһы Республикаһының берҙәм аҡса әйләнеше тураһында протокол» менән яңы динар уларҙың берҙәм аҡса берәмеге итеп раҫлана.  Серб Республикаһы динарын сығарыу туҡтатыла.

1998 йылда Серб Республикаһында, Дейтон килешеүенә ярашлы, конвертацияланыусы Босния  маркаһы әйләнешкә индерелә. 

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Cuhaj, 2011, pp. 150-153

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Cuhaj G.S. Standard Catalog of World Paper Money. Modern Issues 1961—Present — 17-е изд. — Iola: Krause Publications, 2011. — 1112 б. — ISBN 978-1-4402-1584-1.