Эстәлеккә күсергә

Серёгина Ольга Витальевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Серегина Ольга Витальевна битенән йүнәлтелде)
Серёгина Ольга Витальевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 7 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (68 йәш)
Тыуған урыны Новокуйбышевск, Һамар өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө балет артисы, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре


Серегина Ольга Витальевна (ҡыҙ фамилияһы Кожанова, 7 ғинуар 1956 йыл) — совет һәм рәсәй балеты артисы, уҡытыусы-хореограф. Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған артисы (1982), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1992).

1956 йылдың 7 ғинуарында Куйбышев өлкәһенең Новокуйбышевск ҡалаһында (хәҙерге Һамар өлкәһе) тыуған. Ҡыҙҙары тыуғас, ата-әсәһе Чебоксарға күсенә.

Ата-әсәһе ҡыҙҙы Чебоксар пионерҙар йортоноң йыр һәм бейеү ансамбленә алып килә. Чебоксарҙа икенсе сыуаш балет студияһына уҡыусылар ҡабул итеү ойошторолғас, дүртенсе синыфты тамамлаған ҡыҙ, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, дүрт турҙы ла уңышлы үтә. Турҙан үткән егерме үҫмер менән А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына уҡырға бара. Уҡытыусылары: Л. Якобсон һәм Н. Петрова[2]. Рәсәй театр сәнғәте академияһын 1996 йылда тамамлай.

1975 йылдан Ольга Серёгина — Сыуаш музыкаль театры солисы (хәҙерге Сыуаш опера һәм балет театры). 1998—2000 йылдарҙа театрҙың баш балетмейстеры вазифаһын биләй. 2008 йылдан ошонда үк уҡытыусы булып эшләй. Балет артисы булараҡ, театр сәхнәһендә классик образдар, шулай уҡ джаз һәм рок — балеттарҙың төп партиялары ролдәрен ижад итә. Шулай уҡ Сыуашстандың милли геройҙары ролдәрен уйнай[3]. Сыуаш музыкаль театры сәхнәһендә уның беренсе төп партияһы булып П. И. Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетында Маша роле тора[2].

2021 йылдың 22 апрелендә Чебоксарҙа XXV халыҡ-ара балет фестивале сиктәрендә Рәсәйҙең һәм Сыуашстандың атҡаҙанған артисы Ольга Серёгинаның ижад кисәһе үтә[4]. Уның ҡыҙы Анна ла балерина[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Сыуаш республикаһының атҡаҙанған артисы (1982)

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1992)

• Сыуаш комсомолының М.Сеспель исемендәге (1984) лауреаты

• Сыуашстан республикаһының дәүләт премияһы (2005) лауреаты