Серёгина Ольга Витальевна
Серёгина Ольга Витальевна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 7 ғинуар 1956 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Новокуйбышевск, Һамар өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | балет артисы, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Серегина Ольга Витальевна (ҡыҙ фамилияһы Кожанова, 7 ғинуар 1956 йыл) — совет һәм рәсәй балеты артисы, уҡытыусы-хореограф. Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған артисы (1982), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1992).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1956 йылдың 7 ғинуарында Куйбышев өлкәһенең Новокуйбышевск ҡалаһында (хәҙерге Һамар өлкәһе) тыуған. Ҡыҙҙары тыуғас, ата-әсәһе Чебоксарға күсенә.
Ата-әсәһе ҡыҙҙы Чебоксар пионерҙар йортоноң йыр һәм бейеү ансамбленә алып килә. Чебоксарҙа икенсе сыуаш балет студияһына уҡыусылар ҡабул итеү ойошторолғас, дүртенсе синыфты тамамлаған ҡыҙ, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, дүрт турҙы ла уңышлы үтә. Турҙан үткән егерме үҫмер менән А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына уҡырға бара. Уҡытыусылары: Л. Якобсон һәм Н. Петрова[1]. Рәсәй театр сәнғәте академияһын 1996 йылда тамамлай.
1975 йылдан Ольга Серёгина — Сыуаш музыкаль театры солисы (хәҙерге Сыуаш опера һәм балет театры). 1998—2000 йылдарҙа театрҙың баш балетмейстеры вазифаһын биләй. 2008 йылдан ошонда үк уҡытыусы булып эшләй. Балет артисы булараҡ, театр сәхнәһендә классик образдар, шулай уҡ джаз һәм рок — балеттарҙың төп партиялары ролдәрен ижад итә. Шулай уҡ Сыуашстандың милли геройҙары ролдәрен уйнай[2]. Сыуаш музыкаль театры сәхнәһендә уның беренсе төп партияһы булып П. И. Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетында Маша роле тора[1].
2021 йылдың 22 апрелендә Чебоксарҙа XXV халыҡ-ара балет фестивале сиктәрендә Рәсәйҙең һәм Сыуашстандың атҡаҙанған артисы Ольга Серёгинаның ижад кисәһе үтә[3]. Уның ҡыҙы Анна ла балерина[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Сыуаш республикаһының атҡаҙанған артисы (1982)
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1992)
• Сыуаш комсомолының М.Сеспель исемендәге (1984) лауреаты
• Сыуашстан республикаһының дәүләт премияһы (2005) лауреаты
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Серёгина Ольга Витальевна
- ↑ СЕРЁГИНА Ольга Витальевна 2023 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Ольга Серёгина
- ↑ Анна и Ольга Серёгины о балете «Чиполлино»
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Артистар Һәм музыканттар: Серегина Ольга Витальевна
- Серегина Ольга Витальевна 2021 йылдың 9 июль көнөндә архивланған.
- 7 ғинуарҙа тыуғандар
- 1956 йылда тыуғандар
- Һамар өлкәһендә тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- ГИТИС-ты тамамлаусылар
- Ленинград хореография училищеһын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса хореографтар
- XX быуат балет артистары
- Рәсәй балет артистары
- СССР балет артистары
- Алфавит буйынса балет артистары