Эстәлеккә күсергә

Силәбе өлкәһенең бөткән тораҡ пункттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Силәбе өлкәһенең бөткән тораҡ пункттары — Силәбе өлкәһе территорияһында йәшәүҙе туҡтатҡан тораҡ пункттар исемлеге.

Төрлө сәбәптәр арҡаһында улар ҡалдырылып кителгән йәки башҡа тораҡ пункттар составына индерелгән.

Исемлек Силәбе өлкәһенең эшләп килгән Административ-территориаль бүленешенә ярашлы төҙөлгән.

  • Безымянный — бөтөрөлгән ҡасаба, Приуральский ауыл биләмәһе составына ингән. 2004 йылдан иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренән сығарылған[1], Магнитогорск ҡалаһы составына индерелгән.
  • Приуральский — бөтөрөлгән ҡасаба, Урал буйы ауыл биләмәһенең элекке административ үҙәге. 2004 йылдан иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренән сығарылған[2], Магнитогорск ҡалаһы составына индерелгән.
  • Радужный — бөтөрөлгән ҡасаба, Приуральский ауыл биләмәһе составына ингән. 2004 йылдан иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренән сығарылған[3], Магнитогорск ҡалаһы составына индерелгән.
  • Свобода — 1957 йылғы Ҡыштым һәләкәтенән һуң, «Маяҡ» химия комбинатында шартлау арҡаһында радиация ташландыҡтары барлыҡҡа килеү сәбәпле юҡҡа сыға. Ауыл биләмәһендә Ново-Тихвин ҡатын-ҡыҙҙар монастыры бинаһының ҡалдыҡтары һаҡланған[4][5]
  • Төлмәй ҡасабаһы, Ҡытау-Ивановск ҡала советы хакимиәте буйһоноуында торған — Силәбе халыҡ депутаттары өлкә советының 21.04.1986 N ҡарары менән иҫәптән сығарылған.
  • Лесной ҡасабаһы, Злоказовский ауыл советы составында булған — Силәбе халыҡ депутаттары өлкә советының 21.04.1986 N ҡарары менән иҫәптән сығарылған.
  • Ҡуштамға — Өфө губернаһының Златоуст өйәҙендәге ауыл (Рәсәй империяһы), 1923 йылдан — Урал өлкәһендә, 1934 йылдан — РСФСР (СССР) составында. 1960-сы йылдарҙа бөтөрөлә.
  • Аҡшишмә — бөтөрөлгән ҡасаба, Остроленка ауыл биләмәһе составына ингән. 2004 йылдағы иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренән сығарып ташлана[2].
  • Зилға ҡасабаһы, Баҡал ҡала Советына административ буйһонған — Силәбе өлкә халыҡ депутаттары советының 21.04.1986 N ҡарары менән бөтөрөлгән.
  • Шевченко — юҡҡа сыҡҡан ҡасаба, Түбәнге Санар ауыл советы составына ингән. 1979 йылда бөтөрөлгән.
  • Лучи ҡасабаһы — юҡҡа сыҡҡан ҡасаба, Белозёрский ауыл советы составына ингән. Силәбе халыҡ депутаттары өлкә советының 21.04.1986 N ҡарары менән иҫәптән сығарылған.
  • Мельничный — юҡҡа сыҡҡан ҡасаба, Клястицкий ауыл биләмәһенә ҡараған. 1995 йылдан алып төҙөй ҡоролмалар ҙа юҡ, кешеләр ҙә йәшәмәй.
  • Большая (Малая) Нехорошевка, Кичигин ауыл биләмәһе[7][8]Уйылға районы, Силәбе өлкәһе.
  • Жуковаровка (Петропаловка) — 1837 йылдан нигеҙ һалынған һәм 1972 йылда тарҡалған, Дыуанкүл һәм Хомутинин ауылдары янында урынлашҡан булған.[9]
  • Назаровка ауылы, Варламовка ауыл советына ҡараған — Силәбе өлкә халыҡ депутаттары советының 21.04.1986 N ҡарары менән бөтөрөлгән.

Ҡала йәки округ эсенә индерелгән тораҡ пункттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бажово — Элекке ҡала тибындағы ҡасаба, 2004 йылда Копейск ҡалаһы эсенә инә.
  • Вахрушево — Элекке ҡала тибындағы ҡасаба, 2004 йылда Копейск ҡалаһы эсенә инә. Дүртенсе (Четвёртое) күл буйында, Силәбенән көнсығышҡа табан урынлашҡан. Ауылды Силәбе-Новосибирск автомобиль юлы киҫеп үтә.
  • Граадский приииск (тыуған яҡты өйрәнеү версияларының береһе — элек Граттский приискыһы) — Силәбенең Курчатов районының көньяҡ-көнбайыш ситендәге ҡасаба. 1854 йылда алтын приискылары булараҡ нигеҙ һалына, 1889 йылда ҡасаба тирәһендә ер биләмәләренең тәүге документаль бүленеүе билдәле.
  • Железнодорожный — элекке ҡала тибындағы ҡасаба, 2004 йылда Копейск ҡалаһы эсенә инә.
  • Ҡаштаҡ — Силәбе ҡалаһының Металлургия районы ҡасабаһы, ҡаланың иң төньяҡ өлөшө (Долгодеревенский ауылынан алыҫ түгел). Силәбенең башҡа территорияһынан Ҡаштаҡ ҡарағайлығы айырып тора.
  • Октябрьский — элекке ҡала тибындағы ҡасаба, 2004 йылда Копейск ҡалаһы составына инә.
  • Першино — Силәбе ҡалаһының Металлургия районы ҡасабаһы. Першино — 1743 йылдан алып билдәле боронғо, 1843 йылдан — казак ҡасабаһы булараҡ билдәле торама. XIX быуат башында Першин ауылында 42 хужалыҡта 290 кеше йәшәгән. 1943 йылдан алып Силәбе составына ингән[10].
  • Потанино — элекке ҡала тибындағы ҡасаба, 2004 йылдан Копейск ҡалаһы эсенә инә.
  • Сосновка — Силәбе ҡалаһының үҙәк районындағы, ҡаланың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге ҡасаба. 1763 йылдан алып документтарҙа Сосновская, Сосновая, Сосновка ауылы булараҡ телгә алына. 1841 йылдан алып Силәбе станицаһының казак ҡасабаһы[11]. Баш ҡала эсенә ҡасаба 1970-се йылдар аҙағында индерелә.
  • Старокамышинск — элекке ҡала тибындағы ҡасаба, әлеге ваҡытта Копейск ҡалаһы составына инә.
  • Сухомесово — Смолино күленең көнсығыш ярындағы элекке ҡасаба. 1979 йылда Силәбе ҡалаһы эсенә инә.
  • Чурилово — Силәбе ҡалаһының Тракторозаводский районындағы ҡасаба. 1958 йылдың 11 февралендә ҡала составына индерелгән.
  • Метизная площадка ҡасабаһы — ҡасаба 1940-сы йылдар башында илдең көнбайыш райондарынан эвакуацияланған метиз предприятиелары ҡорамалдары базаһында буш урында барлыҡҡа килгән калибрлау заводы менән бергә барлыҡҡа килгән. Эшселәр ҡасабаһы завод эргәһендә махсус төҙөлә: һуғыш йылдарында һәм унан һуңғы йылдарҙа был бик мөһим булған. Магнитогорск ҡалаһы составына инә.
  • Щербаки — юғалған ауыл Силәбенең Төньяҡ-Көнбайыш райондарынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған.[12]
  1. Об исключении поселков Безымянный, Безымянный, Радужный Агаповского района; поселка Коклан Кунашакского района; поселков Новый Савинский, Супряк, железнодорожного разъезда города Магнитогорска; хутора Ботево города Сатки и Саткинского района; ..., Постановление Законодательного Собрания Челябинской области от 29 апреля 2004 года №1218. docs.cntd.ru. Дата обращения: 5 август 2019.
  2. 2,0 2,1 Об исключении поселков Приуральский, Безымянный, Радужный Агаповского района; поселка Коклан Кунашакского района; поселков Новый Савинский, Супряк, железнодорожного разъезда города Магнитогорска; хутора Ботево города Сатки и Саткинского района; ..., Постановление Законодательного Собрания Челябинской области от 29 апреля 2004 года №1218. docs.cntd.ru. Дата обращения: 5 август 2019.
  3. Об исключении поселков Радужный, Радужный, Радужный Агаповского района; поселка Коклан Кунашакского района; поселков Новый Савинский, Супряк, железнодорожного разъезда города Магнитогорска; хутора Ботево города Сатки и Саткинского района; ..., Постановление Законодательного Собрания Челябинской области от 29 апреля 2004 года №1218. docs.cntd.ru. Дата обращения: 5 август 2019.
  4. Село Свобода и Симеоновский (Ново-Тихвинский) монастырь. Аэросъемка с коптера | Fly-Ural.ru - Знакомые места с незнакомого ракурса (рус.). fly-ural.ru. Дата обращения: 12 октябрь 2020.
  5. Урочище Свобода. che-travel.livejournal.com. Дата обращения: 26 декабрь 2019.
  6. Книга Памяти Челябинской области. bd-chelarhiv.eps74.ru. Дата обращения: 8 июль 2021. 2020 йыл 21 июль архивланған.
  7. Wikimapia - Let's describe the whole world! wikimapia.org. Дата обращения: 25 октябрь 2019.
  8. Совета народных депутатов. Решение Челябинского облсовета народных депутатов от 21.04.1986 N. 2019 йыл 16 сентябрь архивланған.
  9. Хомутининцы увековечили память исчезнувшей деревни. uvelka74.ru. Дата обращения: 26 декабрь 2019.
  10. Силәбе өлкәһенең бөткән тораҡ пункттары «Силәбе» энциклопедияһында
  11. СОСНОВКА, поселок «Силәбе» энциклопедияһында
  12. Eggert63написал В. Chelchel_ru 2011-08-22 21:34:00 Eggert63 Eggert63 Chelchel_ru 2011-08-22 21:34:00. Щербаки. chelchel-ru.livejournal.com. Дата обращения: 26 декабрь 2019.

Ҡалып:Исчезнувшие населённые пункты РФ