Синтоизм
Нигеҙҙәре
Хоҙайҙар (теҙмә) • изге урындар (теҙмә) • изгеләр • мацури • норито |
Изге текстар
Кодзики • Нихон сёки • Фудоки |
Туғандаш темалар
Буддизм • конфуцианлыҡ • даосизм • кокугаку |
- Синто бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Синто (мәғәнәләр).
Синтоизм, синто (япон. 神道синто: , «аллалар юлы») — Японияның традицион дине.
Синтоизм. Тәржемә иткәндә «синто» һүҙе «аллалар юлы» тигәнде аңлата. Был бик боронғо мәжүси дин, уға изге һәм яуыз рухтарға ышаныу, япондарҙың уларҙы мәрхәмәтләндереү өсөн атҡарған йолалары хас. Синтоизмда аллалар күп булған, ләкин улар араһында Аматэрасу тигән Ҡояш алиһәһе төп урын алып тора. Япон императорҙары унан яралған, тип инанғандар. Шуға күрә хакимлыҡ итеүсе аҡһөйәктәр Күктән төшкән, тип иҫәпләнгән, һәм уларҙың абруйҙары бәхәсһеҙ булған.
Синтоизм тәғлимәте буйынса билдәле шарттарҙа һәр әруах Аллаға әйләнә ала, әммә бының өсөн бөтә дини йолаларҙы үтәргә — табынырға, ғибәҙәт ҡылырға, ҡорбандар килтерергә кәрәк.
Синтоизм Японияла император власын нығытыу өсөн файҙаланылған. VII быуатта император синтоизмдың баш жрецы булған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Синтоизм» | |
Синтоизм Викиһүҙлектә | |
Синтоизм Викимилектә |