Сиротиндар йорто (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Сиротиндар йорто (Таганрог)
Сиротиндар йорто | |
Сиротиндар йортона реставрация талап ителә Сиротиндар йортона реставрация талап ителә | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Чехов урамы, 82 |
Нигеҙләнгән | XIX быуаттың беренсе яртыһы |
Сиротиндар йорто — мәҙәни мираҫ объекты. Ул Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһы, Чехов урамындағы 82-се йорт . Архитектура һәйкәлдәре категорияһына ҡарай.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуаттың беренсе яртыһында Таганрогта бер ярым ҡатлы йорт төҙөлә. 1870-се йылдарҙа өй шағир Николай Щербинаның апаһы М. Ф. Сиротинаның милке була. Шағир был өйҙә йыш ҡына ҡунаҡ булған.
Яҙыусы Антон Павлович Чехов Сиротиндарҙың улы Владимир менән бергә уҡыған. Улар бик дуҫ булған. Чехов та был йортҡа йыш ҡына мәктәптә уҡыған ваҡытында килеп йөрөгән. 1881 йылда Мәскәүҙән ҡайтҡанда ул был йортта була. В. А. Сиротин казак сотниғы була, уның ҡатынының исеме — Мария. 1890-сы йылдарҙан алып йорт хужаһы — Мария Сиротина. Владимир һәм Мария айырылышҡан, һәм ул икенсе тапҡыр иргә сыға һәм яңы никахта Стейгер фамилияһын ҡабул итә.
1915—1918 йылдарҙа йортта хужа булып Иван Акимович Регетти тора[1][2]. Ул Ҡала йәмәғәт идаралығының сауҙа депутаты булған.
301(18.11.1992 йылдың) ҡарары буйынса Сиротиндар йорто архитектура һәйкәле булып тора һәм мәҙәни мираҫ объекттарына ҡарай[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Энциклопедия Таганрога, Ростов-на-Дону, Росиздат, 2003
- ↑ Дом 82, Чехова улица 2017 йыл 17 март архивланған.
- ↑ Жилой дом. 2017 йыл 17 март архивланған.