Сихонкин ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)
Сихонкин ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡырмыҫҡалы районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Сихонкин ауыл Советы — Ҡырмыҫҡалы районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 453029. ОКАТО коды — 80235860000. Ҡабаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.
Ауыл Советы составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ үҙәге — Сихонкин ауылы. Балта, Үрге Тимкә, Үрге Углич, Яңы Муса, Романовка ауылдары. Элек ауыл Советы составына Баранцев ҡасабаһы (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1989 йылдың 25 июлендәге «Иҫәп мәғлүмәттәренән ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы алып ташлау тураһындағы» 6-2/273 һанлы указы), Новиковка ауылы (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 14 сентябрендәге «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәттәрҙенә алып ташлау тураһындағы» 6-2/327 һанлы указы).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы ст.1 белдерә[1]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
б)Ҡабаҡ ауылында административ үҙәге менән, «Ҡабаҡ» атамаһын һаҡлап, Ҡабаҡ һәм Сихонкин ауыл Советтарын берләштерергә.Сихонкин ауыл Советының Сихонкин, Балта, Үрге Тимкә, Үрге Углич, Яңы Муса, Романовка ауылдр Ҡабаҡ ауыл Советы составына индерергә.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Сихонкин ауыл Советын алып ташларға
Ҡабаҡ ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йыл Өфө районы, Бекетов ауыл Советы, Шайморатов ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Николаев ауыл Советы, Ҡабаҡ ауыл Советы муниципаль берәмектәр менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы").
Гидрографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерекле йылғаһы