Сихырсы йорто (Выборг)
Сихырсы йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1898 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Выборг |
Архитектор | Карл Эдуард Диппель[d] |
Архитектура стиле | неоготика[d] һәм национальный романтизм[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список объектов культурного наследия в Выборге — адреса А-К[d] |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d][1] |
Указания, как добраться | Выборгская улица, 1, 1А / улица Южный Вал |
Сихырсы йорто Викимилектә |
Иҫтәлекле урын | |
Сихырсы йорто (Выборг)
| |
Сихырсы йорто Викимилектә |
Сихырсы йорто — Рәсәйҙең Выборг ҡалаһындағы торлаҡ йорт, архитектор Эдуард Диппель проекты буйынса 1898 йылда төҙөлгән. Йорт Выборг ҡалаһының үҙәгендәге Южный вал һәм Выборг урамдарының мөйөшөндә урынлашҡан, өс һәм дүрт ҡатлы неоготика рухында модерн элементтары менән төҙөлгән, архитектура һәйкәлдәре исемлегенә индерелгән.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат аҙағында, Таш ҡаланың һәм Мөгөҙлө ҡәлғәһенең нығытмалары һүтелгәндән һуң, уларҙың иҫтәлегенә бары тик Төньяҡ вал һәм Көньяҡ вал тигән исемдәр генә һаҡланып ҡалған була, ошо ваҡытта ҡаланың архитекторҙары алдынаурта быуаттарҙың ҡала кварталдарында үҙҙәренә йәлеп итеүсе диңгеҙ фасадлы яр буйы йорттарын төҙөү бурысы ҡуйыла . Был эштә архитектор Эдуард Диппель бик әүҙем ҡатнаша, ул бер нисә йорттоң фасадтары проектын төҙөй, мәҫәлән, билдәле Векрут йортоноң проектында ул эшләгән була. Диппель дөрөҫ формалы булмаған Көньяҡ вал урамының мөйөштәге участкаһында 1898 йылда үтек-йорт төҙөй.
тупаҫ киҫелгән гранит менән биҙәлгән торлаҡ бина, башнялы ҡәлғә диуарына оҡшаш, ул емерелгән ҡала диуарын иҫкә төшөрөп йорттоң формаһы Көньяҡ урамының формаһын ҡабатлап тора. Килем йорто бер үк бейеклектәге ике корпустан тора, тик уларҙың ҡаттары ғына бер иш түгел: төп корпус өс ҡатлы, ә "А" корпусы, түбәләренең бейеклеге кәметелеү арҡаһында дүрт ҡатлы итеп төҙөлгән. Йорттоң ҡеүәтле рустлы гранит цоколе неоготика элементтары менән биҙәлгән. Иғтибарҙы киҫенке мөйөш йәлеп итеп тора, ул башня рәүешендә осло ҡыйыҡ менән ҡапланған, икенсе һәм өсөнсө ҡаттар кимәлендәге эркер, селтәрле рәшәткәле балкондар һәм ҡыйығының өс мөйөшлө фронтондары ла быға булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта диуарҙарҙың ихатаға ҡараған яғындағылары биҙәүестәрҙән мәхрүм. Бинаның беренсе ҡатында магазин, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары һәм айырым ишекле конторҙар урынлашҡан, ә өҫкө ҡаттар торлаҡ өсөн тәғәйенләнгән. Йорт ҡҡоролмаһы ахитектураның тарихи йүнәлешенең йоғонтоһо осорона ҡараһа ла, ҡайһы бер тикшеренеүселәр был бинаның бархитектураһын выборг модерн стиленең башланыуы менән бәйләйҙәр.
Совет-фин һуғышы (1939-1944) һөҙөмтәһендә йорт йәрәхәттәр ала. Һуғыштан һуңғы бинаы ремонтлағанда фатирҙар эшләнеү арҡаһында беренсе ҡатҡа инеү ишектәре көпләнә, ә ҡатмарлы конфигурациялы ҡыйыҡ яҫы ҡыйыҡ менән алмаштырыла, ә был инде өсмөйөшлө фронтондарҙы үҙгәртә, улар тотороҡһоҙ булып күренеп тора. Йорттоң күренешенең ябайлаштырылыуы арҡаһында үтек-йорт бары тик бер стеналы кеүек кенә күренә башлай, шуға күрә уны «сихырсы йорто» тип атайҙар[2].[3].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Приказ Комитета по культуре Ленинградской области № 01-03/15-63 от 01.12.2015
- ↑ Голландская печь из дома Лагеркранца в Выборге
- ↑ Коммунальщиков обязали поправить крышу Ведьмина дома в Выборге 2020 йыл 7 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мысько А.С. Архитектура Выборга разных эпох. Путешествия в прошлое. — СПб.: «Издательский центр «Остров», 2019. — 352 с. — ISBN 978-5-94500-136-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуғышҡа бина һүрәте «Выборг Виртуаль» 2020 йыл 7 декабрь архивланған.