Эстәлеккә күсергә

Сканде ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сканде ҡәлғәһе
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта

Сканде ҡәлғәһеГрузияла, Терджола муниципалитетында, бейек, бик ҡатмарлы тау башында урынлашҡан. Ҡәлғәнең бейеклеге 120 метр.

Сканде ҡәлғәһе IV быуатҡа ҡарай. Ул Эгриси короллегендә мөһим замоктарҙың береһе була.

Сканде тураһында беренсе тапҡыр VI  быуат Византия тарихсыһы Прокопий Кессарийский телгә ала, ул үҙенең "Фарсылар менән һуғыш" китабында көнбайыш Грузияла Риони йылғаһының тик төньяҡ яр буйында йәшәйҙәр, һәм был райондың ситтәрендә Сканда һәм Сарапанис ҡәлғәләре урынлашҡан, тип яҙа.

Ҡәлғәнең әһәмиәте бигерәк тә VI быуатта Византия һәм Фарсының ҡаршылығы көсәйгәндән һуң һәм был ҡаршылыҡ һуғышҡа әүерелгәндән һуң арта. Византия иранлылар яғынан үҙен һаҡлау өсөн Эгристы нығытырға ҡарар итә. Император Эгрисҡа ғәскәр ебәрә, ул Сканделағы форттарҙы биләй. Был факт Сканде ҡәлғәһенең стратегик пункт булараҡ ҙур әһәмиәтен раҫлай[1].

532 йылда гректар фарсылар менән солох килешеүе төҙөй, уның шарты буйынса улар Сканде ҡәлғәһен емерә. Әммә 542 йылда шулай ҙа һуғыш башлана һәм фарсылар ҡәлғәне яулап ала. 551 йылда улар нығытманы тергеҙәләр һәм 25 йыл тиерлек тотоп торалар. Ошо ваҡиғаларҙан һуң ҡәлғә тарихы тураһында мәғлүмәт меңәр йылға туҡтап ҡала. XIV быуат аҙағына Тамерлан килә һәм ҡәлғәне емерә. 1430 йылдарҙа батша Бөйөк Александр уны яңынан төҙөй.

XVI һәм XVII быуаттарҙа ҡәлғә даими ҡулдан ҡулға күсә: уны йә Картли, йә Имеретия батшалары, йә урындағы кенәздәр баҫып ала[2].
Имеретия батшалығы Рәсәйгә ҡушылғандан һуң Сканде ҡәлғәһе үҙенең әһәмиәтен юғалта. Ул бушап ҡала. 1830 йылдарҙа Монпелье герцоглығында тик бер башня-сиркәү һәм таш һарай тороп ҡала. Әлеге ваҡытта ҡәлғәнең харабалары һаҡланып ҡалған.

  • გოჩა საითიძე, სკანდეს ციხე, ძეგლის მეგობარი, 1, თბ. 1990 წ. გვ. 54-61
  1. ს. ჯანაშია, ფეოდალური რევოლუცია საქართველოში, ტფ. 1935 წ. გვ. 65
  2. საქართველოს ისტორიის ნარკვევები, ტ. IV, გვ. 140