Словенияның милли галереяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Словенияның милли галереяһы
Нигеҙләү датаһы 1918
Рәсем
Рәсми атамаһы Narodna galerija Slovenije
Дәүләт  Словения
Административ-территориаль берәмек Любляна
Диапазон IPv6 2001:1470:ec07::/48[1]
Рәсми асылыу датаһы 1918
Адрес Prešernova cesta 24
Рәсми сайт ng-slo.si
Страница учреждения на Викискладе National Gallery of Slovenia
Карта
 Словенияның милли галереяһы Викимилектә

Словенияның милли галереяһы (слов. Narodna galerija Slovenije) ЛюбляналаСловенияның төп художество музейы

Словения милли галереяһы 1918 йылда, Словендар, Хорваттар һәм Сербтар Короллеге ойошторолғас барлыҡҡа килә. Тәүҙә галерея Любляна Кресияһы һарайында урынлаша, әлеге урынына 1919 йылда күсә.

Бинаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге бина 1896 йылда мэр Иван Хрибар ваҡытында төҙөлә. Бина проектын чех архитекторы Франтишек Скарброут әҙерләй. Башта бина Словения мәҙәни үҙәге Халыҡ йорто тарафынан төрлө мәҙәни берекмәләрҙе урынлаштырыу өсөн файҙаланыла. Галерея бинаһы Тиволи паркы менән йәнәш урынлашҡан.

1990 йылдар башында словен архитекторы Эдвард Равникар проекты буйынса галереяның яңы корпусы төҙөлә. 2001 йылда архитекторҙар Юрий Садар һәм Бостьян Вуга проекты буйынса ҙур быяла галерея төҙөлә, ул бинаның ике яғын да тоташтыра.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экспозицияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галереняның даими экспозицияһы Урта быуаттан алып XX быуат башына тиклем сәнғәт әйберҙәрен тәҡдим итә. Барокко стилендәге Робба фонтаны 2006 йылда реставрациянан һуң үҙәк быяла галереяға урынлаштырыла.

Галереяла билдәле словен һәм европа оҫталарының, шул иҫәптән түбәндәге оҫталарҙың эштәре күрһәтелә:

  • Ажбе Антон
  • Биролли Ренато
  • Валь Корнелис де
  • Виж-Лебрен, Мари Элизабет Луиза
  • Де Гаус, Ладислао
  • Гауэрман Фридрих
  • Грохар Иван
  • Жувене Жан
  • Заец Иван
  • Йорданс Якоб
  • Кампильи Массимо
  • Карлоне Джованни Андреа
  • Зегерс Жерар
  • Кобильца Иван
  • Малявин Филипп Андреевич
  • Метцингер Валентин
  • Пинас Якоб Симеон
  • Стернен Матей
  • Томинц Иосип
  • Кесе Франс
  • Франкен
  • Шубиц Янез
  • Шубиц Иван
  • Якопич Рихард
  • Янсенс Абрахам

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:1470:ec07::/48&type=inet6num