Смирнов тыҡрығы (Таганрог)
Уҡыу көйләүҙәре
Смирнов тыҡрығы Таганрог | |
В.С. Смирнов һәйкәле | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Элекке исемдәре |
Кладбищенский тыҡрығы |
Оҙонлоғо |
2580 метр |
Почта индексы |
347900 |
картала | |
Яндекс. Картала | |
Карта Google-да |
Смирнов тыҡрығы — Таганрогтың тарихи үҙәк өлөшөндәге тыҡрыҡ. Фрунзе урамынан башлана (Ихтилал майҙаны) һәм ҡала буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, диңгеҙ ярына тиклем һуҙыла. Оҙонлоғо 2580 метр. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Фрунзе урамынан башлана. Трамвай юлы Фрунзе урамынан Инструмент урамына тиклем һалынған[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыҡрыҡҡа исемде 1922 йылда, эшсе-большевик В. С. Смирнов хөрмәтенә биргәндәр. Унан алдағы Кладбищенский исеме менән тыҡрыҡ, унан алыҫ түгел урынлашҡан Боронғо ҡала зыяраты менән бәйле аталған (1971 йылда ерләү өсөн ябылған)[2]. Элегерәк тыҡрыҡ Барьер тип аталған, ә немец оккупацияһы ваҡытында — Севастополь тыҡрығы.
Тыҡрыҡ буйынса урынлашҡан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Йәйғор»[3] әйбер баҙары.
- «Йәйғор» стадионы.
- Таганрог[4] һөт заводы.
- Түңәрәк йорт — Александр урамы, 107 (Смирнов тыҡрығы һәм Александр урамы мөйөшө)[5].
- Трамвай-троллейбус идаралығы — Смирнов тыҡрығы, 52[6].
- Кирбес заводы — Смирнов тыҡрығы, 118[7].
Һәйкәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смирнов тыҡрығы һәм Александр урамы киҫешкән урында В. С. Смирнов бюсы ҡуйылған. Һәйкәлдең беренсе варианты 1958 йылдың ғинуарында, ҡалала совет власы урынлаштырылыуҙың 40-йыллығына арнап асыла. Бюстың авторы — скульптор В. В. Руссо. 1980 йылда бюсты яңыһына, скульптор Б. Чаркин эшләгәненә алмаштыралар[8].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
- ↑ Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 166 с.
- ↑ Сазонова Е. Все цвета «Радуги» // Таганрогская правда. — 2013. — 17 мая.
- ↑ Киричек М. С. «Таганрог-Молоко» ОАО // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 666.
- ↑ Стерх А. Круглый дом. Правда и вымысел // Город. — 1998. — 10 февр.
- ↑ Найговзин Л. И. Из истории таганрогского трамвая // Вехи Таганрога. — 2007. — № 33.
- ↑ Киричек М. С. «Кирпичник», ООО // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 390.
- ↑ Киричек М. С. Их именами названы улицы. — Таганрог: Лукоморье, 2009. — 154 с.