Сноуборд (спорт төрө)
Сноуборд | |
Етәксе орган | Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы[d] |
---|---|
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 1 518 887 |
Сноуборд Викимилектә |
Сноуборд, сноубординг (ингл. snowboarding: ингл. snow — ҡар һәм ингл. board — таҡта) — ҡар менән ҡапланған битләүҙәрҙән һәм тауҙан махсус ҡулайламала — сноубордта шыуып төшөүҙе үҙ эсенә алған ҡышҡы спорт төрө. Тәү баштан уҡ ҡышҡы спорт төрө булараҡ танылыу таба, шулай ҙа ҡайһы бер экстремалдар, ҡомло битләүҙәрҙән шыуып, уны йәй көнө лә үҙләштерә (сэндбординг).
Күпселек осраҡта, сноубордта шыуыу әҙерлеге булмаған битләүҙәрҙән ҙур тиҙлектә шыуыуҙы күҙ уңында тота. Шуға күрә ҡазаланыуҙан һаҡланыу өсөн күп төрлө кейем — шлем, быуындарҙы, ҡулдарҙы, аяҡтарҙы, арҡаны һаҡлауса беркеткестәр файҙаланыла.
Нагано ҡалаһында 1998 йылда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында сноуборд тәүге тапҡыр олимпия программаһына индерелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сноубордтың уйлап сығарылыу ваҡыты итеп 1960 йыл баштары иҫәпләнә. Мичиган штатының Маскигон[en] ҡалаһынан булған Шерман Поппен үҙенең ҡыҙы өсөн 1965 йылда хәҙерге заман сноубордына оҡшаған һәм снёрфер (snurfer — һүҙе ике тамырҙан — snow («ҡар») һәм surf — «серф» тора) тип аталған нәмә уйлап сығара. Ул ике саңғыны бер бөтөн итеп йәбештереп ҡуя. Үҙенең конструкцияһы буйынса снёрфер скейтбордҡа оҡшаңҡырап тора, тик уның тәгәрмәстәре генә булмай. Снёрферҙа беркеткестәр ҡаралмаған була, һәм шыуғанда ҡолап китмәҫ өсөн, шыуыусы уның осона бәйләп ҡуйылған бауға тотоноп барырға тейеш була. Шулай уҡ снёрферҙы дөрөҫ ҡулланыу буйынса инструкцияла таймай торған аяҡ кейемен файҙаланыу тәҡдим ителә. 1966 йылда снёрфер балалар уйынсығы булараҡ производства масштабында етештерелә башлана.[1].
Артабанғы йылдарҙа был спорт төрө киң таралыш ала. Шыуыу ҡоролмаһын камиллаштырыуға Димитрий Милович, Джейк Бёртон (Burton Snowboards компанияһына нигеҙ һалыусы), Том Симс (Sims Snowboards компанияһына нигеҙ һалыусы) һәм Майк Олсон (Mervin Manufacturing компанияһына нигеҙ һалыусы) ҙур өлөш индерә. АҠШ-тың көнсығыш яр буйҙарында йәшәгән сёрфер Димитрий Милович 1972 йылда сноубордтар етештереүсе Winterstick компанияһын булдыра, был компания өс йыл да үтмәҫтән, Ньюсуик журналында телгә алына. Winterstick таҡталары сёрф һәм саңғыларҙың конструкцияларына нигеҙләнеп эшләнгән.
1979 йылда Мичиган штатының Гранд Рапидс ҡалаһынан алыҫ булмаған ерҙә тарихта тәүге тапҡыр снёрфинг буйынса Донъя чемпионаты ойошторола. Был ярыштарҙа Джейк Бёртон да ҡатнаша, аяҡтар өсөн нығытма өҫтәп, ул снёрфты тағы ла камиллаштырып алып килгән була. Бындай камиллыҡ, төп нөсхәнән айырылып торғанлыҡтан, башҡа ҡатнашыусылар тарафынан ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Әммә ул замандың иң яҡшы снёрфингсыһы булған Пол Грейвс башҡа спортсылар менән берлектә, ярышты ойоштороусылар менән Бёртонды ярыштарҙа ҡатнаштырыу тураһында килешеүгә өлгәшәләр. Һөҙөмтәлә айырым конкурс ойошторола, унда берҙән-бер ҡатнашыусы булғанлыҡтан, Бёртон еңеүсе була ла инде. Үҙ аллы дисциплина булараҡ, әлеге чемпионатты сноуборд буйынса ярыш тарихындағы тәүге чемпионат тип ҡабул ителгән.
1982 йылда Вермонт штатының Вудсток ҡалаһынан алыҫ булмаған Суисайд Сикс тигән урында слалом буйынса беренсе дөйөм миллиАҠШ ярыштары үткәрелә. 1983 йылда Калифорния штатының Сода Спрингсында хафпайп буйынса беренсе Донъя чемпионатын ойошторола. Ярыштың ойоштороусылары булып Том Симс һәм сноуборд буйынса урындағы инструктор Майк Чантри сығыш яһай.
Сноубордтың популярлығы артыуы уны ҡышҡы спорт төрө сифатында рәсми танылыуына килтерә: 1985 йылда Австрияның Цюрс тау саңғыһы курортында беренсе Донъя кубогы үтә. Унан бер йыл элгәре, ярыштың һәм йәмғиәттең дөйөм ҡағиҙәләрен булдырыу өсөн, Халыҡ-ара сноуборд ассоциацияһы (ISA)[1] ойошторола. 1990 йылда МОК (Халыҡ-ара олимпия комитеты) сноубордтың рәсми етәксе ойошмаһы итеп Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһын (ФИС) таный. Шуға күрә сноуборд буйынса халыҡ-ара ҙур ярыштарҙың бөтәһе лә 1990 йылдар уртаһында Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы ҡағиҙәләрҙе һәм уның эгидаһы аҫтында үткәрелә башлай[2].
Әлеге ваҡытта сноуборд, спорт төрө булараҡ, башҡа спорт төрҙәре араһында үҙ урынын яуланы, тип әйтергә була. Сноуборд буйынса юғары кимәлдәге бөтә төр ярыштар үткәрелә: олимпия уйындары, Донъя чемпионаттары, Донъя кубогы,X-Games, US Open һәм башҡалар. Был ярыштар телевидениенан бөтә донъяға трансляциялана. Күп кенә тау саңғыһы курорттары үҙҙәренең махсус сноуборд-парктарын — сноубордта һәм саңғыла трюклы шыуыу өсөн ҡарҙан эшләнгән ҡоролмаларын төҙөй[1].
Спорт дисциплиналары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми рәүештә танылған дисциплиналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сноубордтың түбәндәге спорт дисциплиналары бар[3][4], улар буйынса иң юғары кимәлдәге ярыштар (олимпия уйындарындары, Донъя чемпионаттары, сноуборд буйынса Донъя кубогы) үткәрелә:
- параллель слалом (PSL) — 2014 йылғы Олимпия уйындары дисциплинаһы һанала, әммә башҡарма комитет был ҡарарҙы 2015 йылда ғәмәлдән сығара[5]
- параллель гигант слалом (PGS) — 2002 йылдан Олимпия уйындары дисциплинаһы
- сноуборд-кросс (SBX) — 2006 йылдан Олимпия уйындары дисциплинаһы
- хафпайп (HP) — 1998 йылдан Олимпия уйындары дисциплинаһы
- слоупстайл (SBS) — 2014 йылдан Олимпия уйындары дисциплинаһы
- биг-эйр (BA) — 2018 йылдан Олимпия уйындары программаһына индерелгән
Танылыу тапмаған дисциплиналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге көндә джиббинг буйынса ярыштар шулай уҡ киң таралыу ала бара, әммә был дисциплина FIS[6] исемлегенә лә, Рәсәй Федерацияһының танылған спорт төрҙәренең исемлегенә лә[7] индерелмәгән, бының эҙемтәһе булып, уның берҙәм ҡағиҙәләре лә, баһалау критерийҙары ла юҡлығы тора.
Сноуборд йүнәлеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаты сноуборд
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаты сноуборд (ингл. alpinealpine) — нигеҙендә тауҙан техник түбән төшөү ятҡан йүнәлеш:
- Карвинг һәм уның бөтә төрҙәре.
- Уҙышлы техникалар — улар трассаны максималь тиҙлектә үтеүгә йүнәлтелгән.
Бындай йүнәлештәге техника түбәндәге дисциплиналарҙа файҙаланыла:
- параллель слалом
- параллель гигант слалом
- сноуборд-кросс
Фристайл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул түбәндәге трюктарҙы башҡарыуға йүнәлтелгән техникаларҙы үҙ эсенә ала:
- Трамплиндан һикереү
- Төрлө ҡоролмалар: баҫҡыстар, яндауырҙар, эскәмйәләр, парапеттар (сноуборд шыуа алған бөтә нәмәләр) ҡулланып шыуыу[8]
- Ҡалҡыу урында трюк техникаларын ҡулланыу
- Ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу
Фристайл техникалары түбәндәге дисциплиналарҙа ҡулланыла:
- сноуборд-кросс
- хафпайп
- слоупстайл
- биг-эйр
- джиббинг
Фрирайд
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фрирайд — сноуборд йүнәлеше, ул ирекле шыуыуҙы күҙ уңында тота. Сноубордтың был йүнәлешендә парктың йәки ҡалҡыулыҡтарҙың әҙерлеклеге менән сикләнмәйҙәр, бында шулай уҡ ҡәтғи билдәләнгән маршруттар ҙа, маҡсаттар ҙа, ҡағиҙәләр ҙә юҡ. Фрирайд элементтары булған күсмә ярыштар ойоштороусы йәмғиәттәр ҙә бар, мәҫәлән: алдан һынап ҡаралмаған маршрут буйынса түбән төшөү.
Пара-сноуборд
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пара-сноуборд йәки адаптив сноубординг — был ҡағиҙәләре, ҡорамалдары һәм техник нормалары физик яҡтан сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған сноубордтың үҙгәртелгән версияһы .Был йүнәлеш физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә әлеге спорт төрө менән рекреацион һәм ярыш кимәлендә шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә булһын өсөн булдырыла. 2014 йылда ҡышҡы Паралимпия уйындары программаһына индерелә.
Именлек һәм хәүефһеҙлек саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡа күп кенә ҡышҡы спорт төрҙәре кеүек үк, сноуборд та кеше һаулығына хәүефле булыуы менән бәйле[9].
Йәрәхәтләнеү кимәле көнөнә мең кешегә яҡынса дүрт — алты кеше тәшкил итә, был тау саңғыһы спортында йәрәхәтләнеүҙән ике тапҡырға күберәк.[10] Йәрәхәт алыусыларҙың күп өлөшө был спорт төрө менән яңы ҡуллана башлағандар, бигерәк тә, үҙ аллы шыуырға өйрәнеүҙе өҫтөн күреүселәр иҫәбенә тура килә. Йәрәхәтләнеүселәрҙең дүрттән бер өлөшө яңы ғына сноубордҡа баҫҡан рейдерҙарға тура килһә, бөтә йәрәхәтләнеүселәрҙең ҡалған яртыһы шыуыу стажы бер йылдан кәм булғандар иҫәбендә. Тәжрибәле райдерҙар һирәк ҡазалана, әммә уларҙың алған йәрәхәттәре, ғәҙәттә, ауыр йәрәхәттән һанала[11].
Йәрәхәттәрҙең өстән ике өлөшө — күкрәк, арҡаға, башҡа өстән бер өлөшө аяҡтарға тура килә, был сноубордты ҡазаланыуҙың өстән ике өлөшө аяҡтарға тура килгән тау саңғыһы спортынан айырып тора. Йәрәхәтленеүгә иң күп дусар булған ағза — ҡул суғы — сноубордсы алған йәрәхәттең яҡынса 40 % ҡул суғына тап килә, ә сноубордтағы 24 % йәрәхәттәр — ҡул суғының һыныуы. Сноубордсылар араһында бөтә ер йөҙөндә йыл һайын яҡынса 100 000 кеше ҡул суғын һындыра.[12] Шуға күрә ҡул суғын һаҡлау сараһын (айырым йәки бирсәткәгә беркетелгән) күреү кәңәш ителә. Йыш ҡына уларҙы ҡулланыу яңы шыуа башлағандар өсөн мотлаҡ тип иҫәпләнелә, һәм уларҙы ҡулланыу ҡазаланыуҙы ике тапҡырға кәметә[13]. Сноубордсыларға дөрөҫ йығылыу ҡағиҙәһен дә белергә тәҡдим ителә, был осраҡта, йығылмаҫ өсөн ҡулды тура ҡуймаҫҡа кәрәк (ҡалҡыулыҡтан этәрелгәндә), сөнки 90 градусҡа бөкләнгән ҡул суғының һынып ҡуйыу ихтималлығы арта. Шулай уҡ ҡул суғының йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү сараһы булып, уға күнекмәләр эшләү ҙә тора.
Башты йәрәхәтләү ҡурҡынысы саңғысыларҙыҡы менән сағыштырғанда ике-алты тапҡырға юғары. Шлемдар файҙаланырға тәҡдим ителә, шулай уҡ күҙҙе һаҡлау сараларын да (уларҙы физик яҡтан да, шулай уҡ ультрафиолеттың интенсив сағылышынан да ҡазаларға мөмкин). Хатта көн болотло булғанда ла ультрафиолеттан һаҡлаусы күҙлектәр кейергә тәҡдим ителә[14]. Ультрафиолеттан һаҡлай алмаған ҡараңғылатылған күҙлектәр менән файҙаланырға ярамай, сөнки күҙ күреме диапозондағы яҡтылыҡтың сифатын кәметеүгә яуап итеп, күҙ үҙенең алмаһын киңәйтә, был иһә күҙгә ультрофииолеттың артыҡ күп эләгеүенә килтерә. Ультрофиолет миҡдарының артыҡ йоғонтоһо аҫтында бер аҙ ваҡыттан һуң (бер нисә сәғәттән һуң) күҙгә ҡом һипкәндәге кеүек әсеттереү башлана (был күҙҙе өтөп алып барыусы конъюнктивтың тәүге билдәһе), нурланыш ярайһы уҡ ҙур булһа, мөгөҙсәнең дә зыян күреүе ихтимал. Күҙлек һатып алғанда, күк йәки шәмәхә төҫөндәге фильтрҙарға өҫтөнлөк бирер кәрәк (фильтр яҡтылыҡ тулҡыны оҙонлоғо 450 нм бәләкәй булғанды үткәрергә тейеш түгел), йәшел, һары, ҡыҙыл төҫтәге күҙлектәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Һары йәки һары-хәнәүәт төҫтәр күҙ күреме контрасын дүрттән бергә тиклем арттыра, был насар күренгән ваҡытта шыуыу өсөн бик яҡшы. Поляризацион фильтрлы күҙлектәр ерҙән кире сағылған яҡтылыҡҡа ҡаршы тора алалар (мәҫәлән, ҡарҙың емелдәүенә), әммә күктән төшкән яҡтылыҡҡа һәм таралыусы яҡтыллыҡҡа ҡаршы улар көсһөҙ (сөнки бындай яҡтылыҡ полярлашмаған)[15].
Саңғы нығытмаларынан айырмалы рәүештә, сноуборд нығытмаларының барыһы ла йығылған ваҡытта ла айырылмаҫлыҡ итеп проектланған. Табандың нығытып ҡуйылыуы йәрәхәттәр һанын кәметә, мәҫәлән, сноубордта алған тубыҡ йәрәхәте 15 %, саңғы менән шыуғанда 45 % тәшкил итә. Тубыҡтарҙың типик яралары булып, һеңерҙәрҙең ҡазаланыуы тора, ә һөйәктәрҙең һыныуы — һирәк күренеш. Сираҡ һөйәгенең һыныу ла һирәк була, ул үксә менән балтыр ҡазаһының яҡынса 20 % тәшкил итә. Таран һөйәге лә һирәк һына, башҡа спорт төрҙәренә ҡарағанда, сноубордта йәрәхәтләнеүҙең яҡынса 2 %. Тубыҡтарҙы һаҡлау өсөн махсус тубыҡлыҡтар ҡулланалар, ул сираҡ һөйәгенеке менән уртаҡ булырға мөмкин (ул сираҡ һөйәген йығылған саҡта осло мөйөшлө нәмәләрҙән һаҡлай).
Видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сноубордингтың ҡатмарлылығы һәм үҙенсәлекле булыуы уның тураһында сифатлы фильмдар төшөрөүҙә лә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Был йүнәлештә эшләүсе махсус кинокомпаниялар бар:
- Absinthe Films
- Farm Brain
- Isenseven
- Mack Dawg Productions
- Production Movie Pirate
- StereoTactic (Рәсәй)
Сноуборд тураһындағы фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Академия сноуборда (инг.)баш. (инг.)баш.[16] (1996)
- Искусство полёта 3D (инг.)баш. (инг.)баш.[17] (2011)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сноуборд олимпия уйындарында
- Сноуборд буйынса Донъя чемпионаты
- Сноуборд буйынса Донъя кубогы
- Пара-сноуборд
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 История сноуборда . Федерация горнолыжного спорта и сноуборда России. Дата обращения: 2014-8-21.
- ↑ ИСФ или ФИС? 2018 йыл 10 март архивланған.
- ↑ В соответствии с правилами ФИС 2014 года.
- ↑ ADVERTISING RULES 2013/14 SNOWBOARD 2014 йыл 20 февраль архивланған.
- ↑ Олимпийский комитет России: Параллельный слалом в сноуборде исключён из программы Олимпийских зимних игр 2019 йыл 15 ғинуар архивланған.
- ↑ Snowboard — FIS-SKI 2015 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ Спорт высших достижений — Министерство спорта Российской Федерации 2018 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ Фрирайд, фристайл, джиббинг и другие виды сноубординга 2014 йыл 26 август архивланған.
- ↑ Snowboarding Safety & Guidelines @ ABC-of-Snowboarding
- ↑ Roberts William O. Bull's Handbook of Sports Injuries. — McGraw-Hill Medical, 2004. — P. 550. — ISBN 0071402918.
- ↑ Roberts William O. Bull's Handbook of Sports Injuries. — McGraw-Hill Medical, 2004. — P. 555. — ISBN 0071402918.
- ↑ Snowboarding Injuries — Wrist Fractures @ ABC-of-Snowboarding 2012 йыл 17 июль архивланған.
- ↑ Roberts William O. Bull's Handbook of Sports Injuries. — McGraw-Hill Medical, 2004. — P. 556. — ISBN 0071402918.
- ↑ Sports Injuries, Their Prevention and Treatment. — Martin Dunitz, 2001. — P. 464. — ISBN 1853171190.
- ↑ Выбор горнолыжных очков @ ski-school.ru
- ↑ Академия сноуборда (Video 1996) — IMDb
- ↑ Искусство полета 3D (2011) — IMDb