Собанскийҙар һарайы (Ободовка)
Собанскийҙар һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1800 |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Ободовка[d] |
Собанскийҙар һарайы (Ободовка) Викимилектә |
Собанский һарайы йәки Ободовский һарайы — Ободовкала урынлашҡан. Авария хәлендә, емерелә.
Мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элекке Ободовка урыны Дохни йылғаһының Берладинка йылғаһына ҡойған урында урынлашҡан. 16-сы быуатта Бадовка тип аталған һәм Ободенскийға ҡараған. Һуңыраҡ ҡаласыҡҡа Корткийҙар, кенәз Вишневецкийҙар, Любомирскийҙар, магнат Потоцкийҙар хужа булған. 1786 йылда Станислав Потоцкий Ободовканы 20 башҡа ауылдары менән Каэтана Собанскаяға һата. Ободовканың һуңғы алпатуыты граф Михаил Мария Собанский була (1934 йылда вафат була[1]).
Ободовка өс өлөшкә бүленә: Пески, Лозы, Кучугури (Собанский һарайы бында урынлаша).
Ободовкала Собанскийҙар алдында таш замок була. Ободовкала резиденцияны беренсе булып Михаил Собанский төҙөй. ул алтын ялатылған яҙыу менән мәрмәр стела беркетергә бойора: 1800 йылда был йортто Михаил Собанский төҙөй. Ҡатыны — Орловскийҙарҙан булған Виктория[2]— ике ҡатлы башня өҫтәп төҙөй.
1900—1908 йылдарҙа Михаил Мария Собанский һарайҙы үҙгәртеп ҡора һәм киңәйтә. Үҙгәртеп ҡороу менән француз архитекторы Майер шөғөлләнә. Һарайҙа ҡыҙыл, һары салондар була. Ҙур залда Собанскийҙар ғаиләһенең ҡиммәтле картиналары эленеп торған. Һарайҙа 16-сы быуаттың ғаилә архивы һәм 12 000 томдан торған китапхана була. Унда шулай уҡ 16-сы быуат китаптары һәм часовня урынлаша. Китаптарҙың бер өлөшө Украина революцияһынан һуң китапхананан Киевҡа һәм Винницаға күсерелә. Киевта шулай уҡ ғаилә портреттары һәм картиналар урынлаша.
Паркты һарай менән бергә билдәле Дионис Меклер төҙөй. Парк 18 га ерҙе биләй. Ул өс өлөшкә бүленә. Һарай алдында сәскә түтәлдәре менән ҙур газон һәм фонтан урынлаша. Газон Бернадинка йылғаһы ярына төшә. Түбәндә көнсығыш яҡтан 1822 йылда Михаил Собанский төҙөгән сиркәү тора. Подвалдарында Собанскийҙарҙың бөтә ғаиләһенең табуттары булған. Сиркәү янында инеү ҡапҡаһы тора. Бөтә йорт уратып алынған. Имениела оранжерея урынлашҡан. Быуа янында пристань һәм уның эргәһендә тағы ҡапҡа тора. Һарай янында өҫтәлдәр урынлашҡан.
Большевиктар оккупацияһынан һуң һарайҙа Бессарабия коммунаһы урынлаша. Котовский исемендәге колхоз 1941 йылға тиклем ҡаралтыларҙың хужаһы була, ә ауылды фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндән һуң унда район башҡарма комитеты, УКП район комитеты һәм башҡа район учреждениелары урынлаша. 1959 йылда һарай һәм паркты яңы ойошторолған Ободовка мәктәп-интернатына тапшыралар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Michał Maria Ka hr. (primog.) Sobański h. Junosza (ID: lu.6817) (пол.)
- ↑ Czeppe Maria. Sobańska z Rzewuskich Karolina Rozalia Tekla (1793 lub 1795—1885) // Polski Słownik Biograficzny. — Warszawa — Kraków: PAN, PAU, 2000.— Tom ХXXIX/4, zeszyt 163.— S. 417—418. (пол.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Так втрачають скарби: Розкішний палац в Ободівці, замість стати туристичним центром Поділля, перетворюється на руїну
- Obodówka (пол.) в Географическом словаре Царства Польского и других стран славянских (рус.), том VII (Netrebka — Perepiat) от 1886 года — S. 333. (пол.)