Спасское-Куркино усадьбаһы
Спасское-Куркино усадьбаһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Вологодский район[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27604073? |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Указания, как добраться | Школьная улица, 15 |
Спасское-Куркино усадьбаһы Викимилектә |
Спасская-Куркино усадьбаһы — Вологда өлкәһенең Вологда районында Куркино ауылында XIX быуат дворяндар усадьбаһы. Провинциаль классицизм стилендә төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы. Әлеге ваҡытта реставрация эштәре үткәрелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Спасская-Куркино усадьбаһы — Вологда ерендә XIX быуаттың тарихи-архитектура ансамблдәренән иң ҙур һәм иң матур усадьбаларының береһе
Резановтарҙың дворян ғаиләһе Спасское-Курино имениеһының тәүге хужалары була. Был эре ер биләүселәр, уларға Вологда губернаһында 139 ауыл ҡарай. Улар байтаҡ аҡсаһын ныҡлы алпауыт хужалығын булдырыуға һәм усадьба төҙөкләндереүгә сарыф итә. 1818 йылда, у, Фёдор Дмитриевич Резанов үҙ аҡсаһына ауылда усадьба эргәһендә таш Спас-Преображение сиркәүе төҙөй[1].
1880 йылда Резановтар нәҫеле ырыуы вәкиле һәм берҙән-бер вариҫы йәш дворян Андреевҡа кейәүгә сыға. Усадьба мираҫ булараҡ Андреевтар нәҫеленә күсә. Резановтар һәм Андреевтар, шулай уҡ усадьбаның һуңғы хужаһы Н.Н. Андреевтың ҡатыны Л.А.Гизетти илдең күренекле кешеләре генералиссимус А.В. Суворов һәм фельдмаршал М.И. Кутузов, яҙыусы И.С.Тургенев һәм А. М. Ридигер – Мәскәү һәм бөтә Русь менән туғанлыҡта була. Буласаҡ патриархтың атаһы бала сағында Спасское-Куркино усадьбаһына килә.
Совет власы урынлаштырылғандан һуң усадьбаһы ГубЧК ҡарамағына күсә, ә һуңыраҡ бында төрлө ауыл хужалығы учреждениелары урынлаша. Тейешле тәрбиә етешмәгәнлектән усадьба бинаһы һәм йәнәшәләге парк аламалана.
Куркино усадьбаһы үҙ ваҡытында ҙур ярым таштан, таш флигелдән, ябык балкондан, ағас музыка павильонынан (бында 40 музыканттан оркестр уйнаған), шулай уҡ ҡаыйн һәм йүкә аллеялары менән парктан, беседкалар, оранжереяларҙан, ат аҙбары алдында аҡ ихатанан, утрауҙары менән быуа каскадтарынан, һыу инеү урынынан һәм күп һанлы хужалыҡ ҡаралтыларынан торған бай йорто була һәм аллеялар ҙур, кружало һәм беседка, оранжерея, ихата алдындағы аҡ ат, утрау менән каскадлап быуалар, купальня, хужалыҡ һәм күп һанлы ҡоролма[2].
Усадьбаның төп бинаһы – ярым таштан, антресоль менән ике ҡатлы йорт, ҡарағастан төҙөлгән. Ҡоролоштоң фасадын дорик орденлы алты ағас колонна һәм еңелсә өс мөйөшлө фронтон менән ҡеүәтле портик биҙәй. Бинаның м айҙаны 1200 квадрат метр, тәҙрәләре бик күп. 25 төп бүлмәләр, улар ҡыҙыл һәм ҡара ағастан паркет менән түшәлгән. Мебель ҡыҙыл ағастан һәм карел ҡайынынан ампир стилендә, биҙәкле түбәләре гәлсәр шәмдәлдәр һәм плафондар менән биҙәлгән, стеналарын ебәк обойҙар ҡаплай. Бай китапхана бар.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта комплекс биләмәһендә ҙур бай йорто, уға йәнәш флигель һәм музыка павильоны һаҡлап ҙур йорто һаҡланған, шулай уҡ элекке ғибәҙәтхананың ағас бинаһы бар. Уны Беренсе донъя һуғышында инвалидтар һәм етемдәр өсөн ҡоралар. Ике башлы бөркөт һәм дүрт быуанан торған каскад инглиз паркы шулай уҡ һаҡланып ҡалған. Һуңғы быуанан алыҫ түгел арауыҡта ҙур булмаған урман урынлашҡан, унда һунар менән шөғөлләнеү өсөн боландар үрсетәләр[3].
2006 йылда элекке парк һәм дворян усадьбаһының бер нисә бинаһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусын ала. Әлеге ваҡытта айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы булып тора. Өс ботаҡлы йүкәләр айырыусы тәбиғәт ландшафтының үҙенсәлеге була. Бында Резанов-Андреевтар усадьбаһында эшләүсе тәжрибәле баҡсасылар үҫтергән ҡайындар урынлашҡан.
Һуңғы йылдарҙа усадьба территорияһында тергеҙеү реставрация эштәрен уҙғарыла. Төп маҡсаты ҡоролмаларҙың элекке ҡиәфәтен һәм йәнәшәләге тәбиғәт зонаһының матурлығын ҡайтарыу, шулай уҡ был майҙансыҡта музей-туристик комплексын булдырыу тора. Усадьба һаҡлаусыһы, урындағы активист Николай Сайкин тергеҙеү эштәре өсөн аҡса эҙләү эштәрен әүҙем алып бара[4][5].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Куркино ауылы һәм усадьба тураһында бер нисә китап әҙерләп сығарыла:
- «Усадьба Спасское-Куркино», изданная в 2013 году,
- «Духовным светом осиянны...», выпущенная в 2014 году,
- «Арабески моей жизни», А.Ф. Резанов, изданная в 2015 году.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Усадьба Спасское-Куркино | Туризм в Вологодской области . Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
- ↑ Усадьба Спасское-Куркино . Дата обращения: 7 ноябрь 2020. 2020 йыл 4 декабрь архивланған.
- ↑ Наталия КУДРЯШОВА | Сайт «Комсомольской правды». “Здравствуй, дом, это я…” Как мастер-ремесленник спасает старинную усадьбу (1 ноябрь 2019). Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
- ↑ Старинную Вологодскую усадьбу Спасское-Куркино восстановят и включат в турмашрут . Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
- ↑ Проекты . Дата обращения: 7 ноябрь 2020.