Эстәлеккә күсергә

Старик-Камень (ҡая)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Старик-Камень
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Старик-Камень Викимилектә
Старик-Камень ҡаяһы күренеше
Старик-Камень ҡаяһы

Старик-Камень (Шунут башы) — Рәсәйҙә Свердловск өлкәһенең «Ревда ҡала округы» муниципаль берәмеге сигендә, Урал тауҙарындағы ҡая. Шунут тауынан өс километр алыҫлыҡтағы Коновалов арҡаһы түбәләренең береһе. Ҡая атамаһын ҡарт башын хәтерләткән характерлы һыҙаттары өсөн алған. Геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм популяр туризм урыны.

Старик-Камень тауы Урта Уралда, «Ревда ҡала округы» һәм «Түбәнге Серге районы» муниципаль берәмектәре сигендә, Коновалов ҡырлаһы һыртында, Шунут тауынан 5 километр көньяҡ-көньяҡ-көнсығышта, Ҙур Лавровка ҡасабаһынан 10,5 километр көнбайыш-төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Тауҙың бейеклеге — 648,1 метр. Геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Түбәһендә 25-30 метр бейеклектәге хикмәтле ҡая ҡатламдары бар, өлөшләтә емерелгәнгә тиклем һыҙаттары фуражкалы ҡарт башын хәтерләткән[1].

Ҡарт-Таш, Шунут тауҙың үҙе кеүек, конгломераттарҙан (цементланған ҡырсынташтан) һәм кварцит ҡомло һәүерташтарынан тора. Географ Н. П. Архипов раҫлауынса, был тоҡомдарға 600 миллион йылдан ашыу. Тау тирәләй бөтә яҡҡа горизонтҡа тиклем Урал тайгаһы йәйрәй. Был урындан төньяҡ-көнбайышҡа табан күп саҡрымдарға һырттар теҙмәләре һуҙылған. Бөтә яҡтарҙан Бабай-Таш, Медяковка тауының Коновалов ҡырласы, Антоновка, Ҡарауыл, Обрубленная, Сухар тау, Ыласын Таш ҡаяһы, Главная, Никулечев тауы, Катичев тауы һәм башҡа һырттар күренәләр. Шунут-Таштың төньяҡҡа ҡая сығымдары бигерәк мөһабәт күренә. Ҡаянан 20 метр төньяҡта икенсе яланғас ҡая урынлашҡан. Ул бейегерәк һәм ҙурыраҡ. Бынан тыш, бында ауыш, урман янғындары эҙе булған тигеҙ тау яйлаһы барлыҡҡа килгән.

Старик-Камень ҡаяһына һаҡ менергә кәрәк, сөнки күтәрелгән урын бик уңайһыҙ, ә ҡая тоҡомдары тайғаҡ.

Тауҙа ҡара көртмәле һәм ҡыҙыл көртмәле үҫә, урмандарында бәшмәк күп. Ҡайһы берҙә ҡая районында ҡуяндар, мышылар һәм тейендәр осрай.

Старик-Камень ҡаяһын уның ғәҙәти булмаған формаһы өсөн борон бында йәшәгән фин-уғыр халыҡтары хөрмәт иткәндәр. Әммә был урын тураһында археологик мәғлүмәттәр юҡ.

Урыҫтар бында XVIII быуатта килә. Ҡарт-таш (шул уҡ исемле Веселые горы түбәһе кеүек) XVIII—XIX быуаттарҙа старообрядсылар монастыры менән уратып алынған була. Уларҙың иң билдәлеһе Кесе Эйек йылғаһында, хәҙер Платонида әбей ҡәбере һәм уның хөрмәтенә аталған шифалы сығанаҡ булған ерҙә тора.

Бында беренсе тапҡыр туристар XX быуаттың икенсе яртыһында күренә башлайҙар. Быға совет осоронда төҙөлгән урман ташыу юлы булышлыҡ итә, был юл Коновалов һыртын ҡая итәге эргәһендә үтә. Хәҙер ул урында ауыл-ара урман юлы үтә.

1985 йылда Ҡарт-Таш ҡаяһын Свердловск киностудияһы нәфис фильмдарының береһендә күрергә мөмкин була. Нәҡ ошонда «Алтын тауҙар сере» фильмының финал күренеше төшөрөлә.

Старик-Камень тураһында легенда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Летопись уральских деревень. Ревдинский район» китабында (1997 й.) Платонида һәм Ҡарт-Таш тураһында легенданың варианттарының береһе килтерелә. Легенда буйынса Платониданы үҙе яратмаған егеткә кейәүгә бирергә теләйҙәр, ә ул икенсе егеткә ғашиҡ булған була. Һөҙөмтәлә ул өйөнән ҡасып китә һәм урманда Краснояр ауылына яҡын урынлашҡан аулаҡ урында йәшәй башлай:

«… Ә бөтә был ваҡытта уның һөйгәне кәләшен эҙләп сал Уралды ҡыҙыра. Бер нисә тапҡыр ул Платонида йәшәгән урын эргәһенән үтә, әммә уны күреү мөмкин булмай, сөнки ҡыҙҙың ер өйө бөтөнләй беленмәҫлек була. Күп йылдар үткәс Платонида вафат була. Уны Эйек йылғаһы ярында, уның элекке торлағынан алыҫ түгел ерләйҙәр. Уның егете, хәҙер инде ҡартайған һәм салланған ҡарт, үҙенең һөйгәнен таба алмайынса, арығанлыҡтан һәм көсһөҙлөктән таш булып ҡата. Шул ваҡыттан алып Платониданың егетен Ҡарт-Таш тип атайҙар. Һәм, Платониданың әсе мөхәббәтен йәлләп, күп йылдар шифалы радон сығанаҡтары күҙ йәштәрен түгә. Ике бер-береһен яратҡан кеше осраша алмай һәм бөтә ғүмергә икеһе ике яҡта ҡала. Ҡарт-Таш хәҙер эргәһендә Платонида ерләнгән Эйек йылғаһы менән һоҡлана. Ә был йылға, Уралдан башланып, урман киңлеге өҫтөндә күтәрелгән ҡаяға хайран ҡалыуҙан туҡтамай»[2].

1983 йылдан Белембай урмансылығы биләмәһендәге 197 гектар майҙанда Старик-Камень тауы яланғас ҡаялары Свердловск өлкәһенең айырыуса һаҡланған территорияһы[3], геоморфологик һәйкәл булып торалар[4].

  1. Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — 456 с. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  2. Павел Распопов Скала Старик-камень. — UraloVed.ru, 03.10.2012.
  3. Паспорт на государственный памятник природы областного значения 2021 йыл 31 август архивланған.//Уникальные геологические объекты России, ФГБУ «ВСЕГЕИ»
  4. Потапова Н. А., Назырова Р. И., Забелина Н. М., Исаева-Петрова Л. С., Коротков В. Н., Очагов Д. М. Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II//ООПТ России, ФГБУ «ААНИИ»