Эстәлеккә күсергә

Старик- Камень

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Старик- Камень
урыҫ Старик-Камень
Старик- Камень
Старик- Камень
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге755 м
Сағыштырмаса бейеклегеа50 м
Урынлашыуы
57°30′35″ с. ш. 59°42′18″ в. д.HGЯO
Страна
Тау системаһыУрта Урал 
Тау һырты йәки массивВесёлые горы 
Рәсәй
Красная точка
Старик- Камень
Свердловск өлкәһе
Красная точка
Старик- Камень
 Старик- Камень Викимилектә

Старик-Камень (рус. Старик-Камень) — Рәсәйҙәге Свердловск өлкәһенең Урта Уралдағы тау, Весёлые горы һыртының иң бейек түбәләренең береһе. Тауҙың бейеклеге — 755 — Горноурал ҡала округының иң бейек тауы. Түбәнге Тагил әйләнә-тирәһендәге иң бейек тау түбәһе. Геоморфологик, геологик һәм ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы. Туризм, альпинизм һәм популяр ял итеү урыны.

Старик-Камень «Түбәнге Тагил ҡала округы» муниципаль берәмегендә һәм Кировград ҡала округы муниципаль берәмегендә урынлашҡан. Күңелле тауҙар һыртының урта өлөшөндәге түбә.Карпушиха ҡасабаһынан көнбайышҡа табан 11 саҡрым алыҫлыҡта. Тау 755,4 метр бейеклектә һәм майҙаны 16 саҡрым[1].

Халыҡ риүәйәте буйынса был таш урман төпкөлөндә бик оҙаҡ ятҡан.Уның барлығын бер кеше лә белмәгән.Таштың тирә-яғындағы урманды киҫеп бөткәс,мүкләнеп бөткән ташты күргәндәр.Кешеләр уны «ҡарт» тип йөрөтә башлағандар.
Урал лингвисты А.К.Матвеев таштың атамаһын урыҫ теленән алынған булыу мөмкинлеген дә фаразлай. Тау, таш, ҡаяларҙы йәнләндереү - «әбей»-«бабайҙарҙың» таш булып ҡатып ҡалыуҙы һүрәтләү бөтә халыҡ риүәйәттәрендә лә осрауын аңлата.Ләкин «Старик-Камень»,бәлки,мансы теленән алыныуы ла мөмкин икәнлеген фараз итә.Мансыларҙың мифологияһында боронғо кешеләрҙең,хайуандарҙың,аллаларҙың таш булып ҡатып ҡалыу темаһы йыш осрай[2]

Тау, ҙур булмаған ҡаянан башҡа, тотош урман менән ҡаплаған. Габбро- диорит тоҡомдарҙан тора,ҡая ҡырласы 300 метрға һуҙылыуҙан ғибәрәтле. Көнсығыш яҡлап 50 метрлы текә яр бар, көнбайыштан таштар өйөмө ята.[1].

Тау түбәһенән әйләнә — тирәгә күп саҡрымдарға урман киңлектәре, Белембай, Просечный, Ҡаялы, Миләшле, Ике Ағай тауҙары араһынан урманлы киң үҙәндәр күренеше асыла. Аяҙ көндәрҙә Түбәнге Тагил, Невьянск, Үрге Тагил ҡалалары, Черноисточинск, Эленеп һәм Лёвиха ҡасабалары яҡшы күренә. Эргәһендәге тау йылғаһы- Шайтан. Тау түбәһенә һуҡмаҡ бара, үның буйлап махсус автомобилдә (внедорожник) менән үтергә мөмкин. Тау түбәһендә усаҡ менән ялан бар, утын күп. Ҡарт-Таш тауҙың түбәһе шартлы рәүештә Европа һәм Азия сиктәрендә тора. Тау түбәһе аша Пригородный һәм Кировград. ҡала округы сиктәре үтә. Черноисточинск биҫтәһенән Ҡарт -Таш тауына тиклем грунтлы юл алып бара, артабан ул элекке урман диләнкәләренә китә.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1983 йылдан Старик-Камень тауы 1657 гектар майҙанда Түбәнге Тагил урмансылыҡ идараһы территорияһына ҡарай. Свердловск өлкәһенең айырыуса һаҡланған территорияһы, дәүләт ландшафт заказнигы булып тора.[3].

  1. 1,0 1,1 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  2. Старик-Камень  (рус.)
  3. Потапова Н. А., Назырова Р. И., Забелина Н. М., Исаева-Петрова Л. С., Коротков В. Н., Очагов Д. М. Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II//ООПТ России, ФГБУ «ААНИИ»