Эстәлеккә күсергә

Старочеркасск тарихи-архитектура музей - ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Старочеркасск тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығы
Асылған ваҡыты 1970
Урынлашыуы Рәсәй, Ростов өлкәһе, Старочеркасская станицаһы
Күрергә килеүселәр 110800
Директор Шихалёва Наталья Васильевна
Логотип Викисклада Старочеркасск тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығы Викимилектә

Старочеркасск тарихи-архитектура музей−ҡурсаулығы — Старочеркасская станицаһындағы музей-ҡурсаулыҡ. Адресы: 346701, Ростов өлкәһе, Аҡсай районы, Старочеркасская станицаһы, Почта урамы, 6.

Музей Шолохов Михаил Александрович инициативаһы буйынса 1970 йылдың 30 декабрендәге РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән булдырыла[1][2]. Дон казактарының элекке баш ҡалаһы Черкасск ҡалаһының XVII—XIX быуаттарҙағы һәйкәлдәр комплексына нигеҙләнә[3]. Атамандар Ефремовтарҙың элекке донъя ҡаралтыларынан һаҡланып ҡалғандар: Атаман һарайы, таш ике ҡатлы корпус, Дон Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә Ефремовтарҙың өй сиркәүе, 1770-се йылдарҙа төҙөлгән Степан Ефремовтың өйө[4][5]. Музейҙа даими рәүештә эшләгән күргәҙмәләр: төп тарихи экспозиция «Кеше аяғы баҫмаған яландарҙан Иҫке Черкасскҡа тиклем», «Ефремовтарҙың казак ырыуы», «Беҙҙә Тымыҡ Донда бына нисек булды», «Казак аш-һыу традициялары», «Старочеркасская станицаһының иҫтәлекле урындары», «Майдан һәм Воскресенский соборы», «Казактар-некрасовсылар», «Казактың рухи донъяһы». Шулай уҡ музей йыл һайын «музейҙар төнө» акцияһында ҡатнаша[6]. Музейҙың экспозиция-күргәҙмә майҙаны 1563,8 м² тәшкил итә, фонд һаҡлау майҙаны — 629,1 м². Һаҡланған экспонаттар һаны — 67009.

Музей китапханаһында, китап ҡомартҡыларына ингән, 3 тематик коллекция бар: Н. Е. Парамоновтың «Дон телмәре» нәшриәте китаптары, кириллица баҫмаһы китаптары һәм тыуған яҡты өйрәнеү коллекцияһы[7][8].