Эстәлеккә күсергә

Ҡиммәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Стоимость битенән йүнәлтелде)

Ҡиммәт — төшөнсәһе бер нисә төрлө билдәләмәгә эйә булған иҡтисади күренеш.

Иҡтисад теорияһында ҡиммәт  — милекселәр араһында тауар менән ирекле алмашыу барғанда һанлы нисбәттәрҙең нигеҙе. Төрлө иҡтисади мәктәптәр ҡиммәттең тәбиғәтен төрлөсә аңлата: эш ваҡытын йәмғиәт ихтыяжына ярашлы сарыф итеү, ихтыяж менән тәҡдим балансы, етештереү сығымдары, сикке файҙалылыҡ һәм башҡалар менән.

Бухгалтер хисабында һәм статистикала ҡиммәт — объектты һатып алыуға йәки әҙерләүгә тотонолған сығымдар дәүмәленең аҡсалата  сағылышы, йәғни хаҡы[1].

Көндәлек һөйләштә ҡиммәт — тауарҙың хаҡына баһа биреү («ит ҡиммәт торамы?»«хаҡы ҡиммәт булды»). 

Ҡиммәт теориялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡиммәт төшөнсәһе фундаменталь иҡтисади категория булып тора, уның предметын аңлау һәм анализлау ифрат ауыр.

Классик иҡтисадсылар, мәҫәлән,  Адам Смит һәм Давид Рикардо, алмашыу ҡиммәтен (тауарҙарҙың башҡа тауарҙарға алмаштырылыу һәләте) һәм ҡулланыу ҡиммәтен (продукттың файҙалылығы, ниндәй ҙә булһа ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү һәләте) айырым ҡарай. Уларҙың ҡиммәттең хеҙмәт теорияһының төп элементтары нәҡ алмашыу ҡиммәтенең тәбиғәтен анализлауға йүнәлтелгән. Был теория Карл Маркстың иҡтисад буйынса хеҙмәттәрендә иң тулы сағылышты таба.

Австрия иҡтисади мәктәбе яҡлылар ҡиммәттең хеҙмәт менән тасуирланыуын инҡар итә. Улар иғтибарҙы алмашыу өсөн төп этәргес көс булараҡ тауарҙың файҙалылығына  (ҡулланыу ҡиммәтенә) йүнәлтә.

Ҡиммәттең хеҙмәт теорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был теорияға ярашлы, ҡиммәттең нигеҙендә тауарҙы ҡайтанан етештереү өсөн ижтимағи зарур эш ваҡыты (хеҙмәт түгеү) ята.  Маркс билдәләгәненсә, тауарҙарҙың ҡиммәте (хаҡы) уларҙы етештергәндә түгелгән эш ваҡытына ғына түгел, хәҙерге шарттарҙа шундай уҡ тауарҙарҙы етештереү өсөн күпме эш ваҡыты киткәненә лә бәйле[2][3]. Шул уҡ ваҡытта конкрет хеҙмәт түгел, ә абстракт хеҙмәт — ябайлаштырылған һәм ағымдағы типик етештереү шарттары өсөн уртасалаштырылған хеҙмәт күҙҙә тотола. Ваҡыт берәмеге эсендәге ҡатмарлы, квалификациялы хеҙмәт ябай, квалификацияһыҙ хеҙмәткә ҡарағанда күберәк ҡиммәт барлыҡҡа килтерергә һәләтле.  

Сикке файҙалылыҡ теорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Сикке файҙалылыҡ» термины иҡтисад фәненә Фридрих фон Визер (1851—1926) тарафынан индерелә. Был теорияға ярашлы, тауарҙарҙың ҡиммәтлелеге уларҙың кеше ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алыу һәләтен субъектив баһалауға нигеҙләнгән сикке файҙалылыҡ менән билдәләнә. Теге йәки был уңайлыҡтың сикке файҙалылығы оҡшаш тауарҙар араһынан һайлап ҡулланылған нәҡ  ошо уңайлылыҡтың һуңғы берәмеге килтергән файҙаны белдерә. Субъекттың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә барған һайын сираттағы яңы әйберҙең файҙаһы ла кәмей бара. 

Субъектив ҡиммәт — тауарҙы ҡулланыусы менән һатыусының шәхсән баһалауҙары; ә объектив ҡиммәт — алмашыу нисбәттәре, баҙарҙағы конкуренция барышында формалашҡан хаҡтар ул. Шул уҡ ваҡытта тауарҙың һирәк осрауы уның ҡиммәт факторы тип иғлан ителә.  

Госсен закондары сикке файҙалылыҡ теорияһының бер төрө булып тора. 

Сығымдар теорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡиммәтте етештереү сығымдарына бәйләгән теориялар ҙа ярайһы уҡ киң таралған. Әммә улар аҡса күләмендә сағылған хаҡтар менән эш итергә мәжбүр. Шулай уҡ «хеҙмәттең хаҡы» ла сығымдарға инә. Аҡса ҡиммәтенең тәбиғәтен һәм хеҙмәт хаҡы формалашыуҙы аңлатыу  был теориялар өсөн ҡатмарлылыҡ тыуҙыра. 

Ҡиммәтте продукцияға күсереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡиммәттең объективлығын таныған теориялар (ҡиммәттең хеҙмәт теорияһы, сығымдар теорияһы) өсөн сығымдар хаҡын етештереү һөҙөмтәләренә күсереү хас.  Сығымдарҙы продукция хаҡына тулыһынса йә өлөшләтә күсереү мәсьәләһе мөһим һанала.

  1. п.23.
  2. К. Маркс. «Капитал» т. 3, гл.
  3. К. Маркс. «Капитал» т. 3, гл.