Эстәлеккә күсергә

Страховкалау йәмғиәте бинаһы (Вологда)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Страховкалау йәмғиәте бинаһы
Нигеҙләү датаһы 1905
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда
Архитектура стиле архитектура модерна[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Указания, как добраться улица Марии Ульяновой, 7 / Козлёнская улица, 1/3
Карта
 Страховкалау йәмғиәте бинаһы (Вологда) Викимилектә

: Мәҡәләлә Вологда өлкәһе Вологда ҡалаһының әлеге ваҡытта булған страховкалау йәмғиәте бинаһы тураһында һүҙ бара

Страховкалау йәмғиәте бинаһы — ХХ быуат башында төҙөлгән ике ҡатлы айырым йорт. Йорт Вологда өлкәһе Вологда ҡалаһының Мария Ульянова һәм Козленский урамдары киҫелешендә урынлашҡан. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылһы. Әлеге ваҡытта бина И. В. Бабушкин исемендәге өлкә китапханаһы өсөн ҡулланыла.

Бина шуныһы менән ҡыҙыҡ, ул Вологда модерн өлгөһө булып тора. Бинаның эркерлы булыуы һәм мөйөштәренең киҫелгән формалы булыуы йортҡа йәм өҫтәп тора.

1905 йылдың 14 октябрендә Вологда страховкалау йәмғиәте ихтыяждары өсөн бинаның проектын төҙөй башларға тигән ҡарар ҡабул ителә. 1908 йылдың ноябренә инженер Альберти ҡатлы йорттар төҙөү проекты буйынса Афанасьев һәм Оло Козленский урамдары мөйөшөндә ике ҡатлы айырым йорт төҙөлә. Беренсе ҡатта Вологда ҡала управаһы урынлаша, унда мәхәллә училищеһы өсөн класс бүлмәләре булдырыла. Икенсе ҡатында страховкалау идараһы бүлмәләре һәм дөйөм йыйылыштар өсөн зал урынлаша.

Был ҡоролмала иң яҡшы концерт залы була, унда концерттар үткәрелә һәм шул ваҡыттың иң билдәле музыканттарының гастролдәре уҙғарыла. Бында йырсы Вяльцева Анастасия Дмитриева, сиған йырҙарын башҡарыусы Юрий Морфесси, шағир Константин Бальмонт сығыш яһай. Студенттар кисәләрен ойоштороу йолаға әүерелә. 1912 йылда бында бинала IV Дәүләт Думаһына тауыш биреү өсөн һайлауҙар үтә[1].

Михаил Аполлонович исемендәге беренсе китапхана асыу 1914 йылдың 17 майында Вологда ҡалаһында Михаил Аполлонович Скородумов исемендәге балалар китапханаһы асыла.

1914 йылдың 15 сентябрендә яугир яралылар өсөн лазарет ойошторола, ул бинаның беренсе ҡатында, элекке класс бүлмәләрендә урынлашҡан. 1915 йылдың октябрендә тиклем дауахана 422 кешене ҡабул итеп дауалай. Дауахана 1918 йылдың 1 ғинуарына тиклем эшләй.

Революциянан һуң был бинала балалар өсөн Яңы йыл шыршыһы байрамдарын үткәрәләр, ә граждандар һуғышы йылдарында бинала тағы ла дауаханаа урынлаштырыла. 1926 йылда бинала Вологда губернаһының пионерия штабы төпләнә, һуңғараҡ партияның губком һәм ҡала комитеты урынлаша[2].

1972 йылдан 2001 йылға тиклем бинала Вологда политехник институтының (хәҙер Вологда дәүләт университеты) инженер-төҙөлөш факультетының уҡыу кластары урынлаша.

Ике ҡатлы, тимер вальмовый ҡыйыҡлы, кирбес йорт. Бинаның төп ҙурлығы 28x22 метр. Өс ишеге бар: төп ишеге — Мария Ульянова урамы яғынан, ҡалған икеһе — ихата яғынан. Йорттоң Мария Ульянова урамы яғына сығып торған төньяҡ-көнбайыш фасады яғында ике ҙур зал урынлашҡан, көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, баҫҡыстар аръяғында шулай уҡ ике ҙур бүлмә урынлашҡан[3].

Фасадының декоры ҡыҫҡа һәм ябай, фасады консолле кәрниздәр менән тамамланған, шулай уҡ консолдәрҙең ялпаҡ ҡанаттары һәм аттикалары фасадты бүлгеләп тора. Аҡ менән йәшел төҫкә фасад деталдәре буялған.

Вологда өлкәһе губернаторының 2000 йылдың 2 авгусындағы бойороғо нигеҙендә был бина өлкә универсаль ғилми китапхана ҡарамағына күсә. Шунда уҡ проект-смета документацияһы әҙерләнә. Вологда дәүләт университеты бинанан сығып китә һәм бушап ҡалған йортта өс йыл дауамында ремонт һәм реставрация эштәре һәм университет өс йыл дауамында үткәрелә.

2004 йылдың 28 майында Вологда өлкә китапханаһының яңы бинаһы асыла. Тантанала Вологда өлкәһе губернаторыВ. Е. Позгалев, Вологда ҡалаһы мэры А. С. Якуниче ҡатнаша[4].

Решение от 08.10.1991 г. № 434 г. Вологда. «О постановке под государственную охрану памятников истории и культуры». 2020 йыл 10 август архивланған.

  • Коновалов  Ф. Я., Панов  Л. С., Уваров  Н. В. Вологда, XII — начало XX века : краеведческий словарь..
  • Малков В. М. Улицы Вологды. Вологда, 1977.
  • Сазонов А. И. Моя Вологда: прогулки по старому городу. Вологда, 2006.
  • Соколов В. И. Вологда: история строительства и благоустройства города. Вологда, 1977.