Эстәлеккә күсергә

Стрикленд Мейбл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стрикленд Мейбл
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Мальта
Тыуған көнө 8 ғинуар 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2][3][4]
Тыуған урыны Лия[d], Восточный регион[d], Мальта, Бөйөк Британия короллеге[d]
Вафат булған көнө 29 ноябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][3] (89 йәш)
Вафат булған урыны Мдина[d], Западный регион[d], Мальта
Үлем сәбәбе ауырыу
Ерләнгән урыны Собор Святого Павла[d]
Атаһы Джеральд Стрикленд[d][1]
Әсәһе леди Эделин Саквилл[d][1]
Һөнәр төрө журналист, сәйәсмән, яҙыусы
Биләгән вазифаһы Мальта Вәкилдәр палатаһы ағзаһы[d][5]
Префикс титула Почтенный[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Прогрессивная конституционалистская партия (Мальта)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
офицер ордена Британской империи
 Стрикленд Мейбл Викимилектә

Мейбл Эделин Стрикленд (мальт. Mabel Edeline Strickland; 8 ғинуар 1899 — 29 ноябрь 1988) инглиз-мальта журналисы, гәзит хужаһы һәм сәйәси эшмәкәр.

Ғаиләһе һәм шәхси тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стрикленд Мальтаның 4-се премьер-министры сэр Джеральд Стриклендтың һәм Леди Эделин Саквиллдың ҡыҙы була. Уның әсәһе Кент графлығына ҡараған Кнолдән 7-се граф Де Ла Варр Реджинальд Саквилдың өлкән ҡыҙы була.[6][7] Мейбл кейәүгә сыҡмай, байлығының күп өлөшөн берҙән-бер вариҫы Роберт Хорниолд-Стриклендҡа ҡалдыра.[8]

Мейбл Стрикленд ғүмеренең күп өлөшөн Лиджала Паризио виллаһында үткәрә. Быға тиклем ул атаһы лорд Стриклендтың Аттард ҡалаһындағы Вилла Болонья ғаилә йортонда йәшәй.

Стрикленд атаһы һәм үгәй әсәһе Леди Стрикленд (Маргарет, Эдвард Халтондың ҡыҙы) менән бергә Мальтала гәзит сығарыуҙы ойоштора. 1935 йылда ул «Таймс оф Мальта» һәм «Иль Берк» гәзиттәренең мөхәррире була, ә һуңынан 1940 йылда атаһы депутат булғандан һуң гәзит директоры вазифаһын биләй. Икенсе донъя һуғышы осоронда Мальта ҡамауға алына, әммә Стрикленд тырышлығы арҡаһында гәзиттең һәр һаны сығарыла. 1950-се йылдарҙа ул прогрессив Конституцион партияға етәкселек итә. 1950-се йылдарҙа Мальтала төп сәйәси лидерҙарҙың береһе була. 1956—1957 йылдарҙа интеграция һөйләшеүҙәрендә ҡатнаша, 1964 йылда бойондороҡһоҙлоҡҡа ҡаршы сығыш яһай. 1962 йылда Мальта парламенты депутаты итеп һайлана. Ул һәр ваҡыт ирекле һәм бойондороҡһоҙ матбуғат өсөн көрәшә һәм Мальтаның Бөйөк Британия һәм Берҙәмлек менән бәйләнештәрен һуплай. Пенсияға сыҡҡас, ул ғаиләһе исеменән Стрикленд фондына нигеҙ һала.

Мейбл Стрикленд 1988 йылдың 29 ноябрендә вафат була һәм Изге Павел соборында Стриклендтарҙың ғаилә кәшәнәһендә ерләнә.

  1. 1,0 1,1 1,2 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Mabel Strickland // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Mabel Edeline Strickland // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. Lundy D. R. Hon. Mabel Edeline Strickland // The Peerage (ингл.)
  5. https://www.parlament.mt/en/1st-leg/political-groups/
  6. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 21 октябрь 2011.
  7. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 1996.
  8. Личное воспоминание о моей тете, Times of Malta (26 November 2012). 8 май 2017 тикшерелгән. «"Она особенно гордилась своим наследием в Стрикленде и в 1975 году решила уточнить свое право наследования, выбрав меня своим наследником. Это был первый раз, когда она написала завещание с 1940 года после смерти своего отца."».