Студеникин Семён Севастьянович
Студеникин Семён Севастьянович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө |
25 октябрь 1957[1] (52 йәш) |
Ғилми дәрәжәһе |
юридик фәндәр докторы |
Студеникин Семён Севастьянович (15 февраль 1905 йыл — 25 октябрь 1957 йыл) — юрист, совет административ хоҡуғы белгесе. Юридик фәндәр докторы (1949), Ҡыҙыл Армияның хәрби-юридик академияһы һәм СССР Эске эштәр минстрлығының Юғары мәктәбе профессоры. Юстиция полковнигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Семён Севастьянович Студеникин Рәсәй империяһының Екатеринодар ҡалаһында 1905 йылдың 15 февралендә тыуған.
1930 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм икенсе йылда үҙе уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлек алып бара башлай. Совет административ хоҡуғы менән шөғөлләнә: ВЦИК Президиумы ҡарамағындағы Совет төҙөлөшө институтында, Бөтә союз юридик институтында, СССР Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институтында, шулай уҡ РККА-ның Хәрби-юридик академияһында һәм СССР Эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбендә эшләй.
1932 йылда уның «Ирекле йәмғиәттәр һәм уларҙы дәүләт менән идаралы ҡитеүгә йәлепләү» тигән беренсе баҫмаһы баҫылып сыға. СССР дәүләт аппараты эшен рационаллаштырыу проблемалары менән шөғөлләнә: «Советский федерализм и демократический централизм» (1933) и «Проблемы реконструкции госаппарата» (1933), «О рационализации государственного аппарата» баҫмалары баҫылып сыға. Икенсе донъя һуғышында, 1940 йылда, «Совет административ хоҡуҡтың төп принциптары» темаһына ул кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, юридик фәндәр кандидаты була.
Һуғыштан һуң юғары юридик мәктәп өсөн тәғәйенләнгән дәреслектәр серияһын баҫтырып сығара. Темаға докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай буйынса 1949 йылда «Совет административ-хоҡуҡи нормалары һәм уны ҡулланыу» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр докторына әйләнә. СССР-ҙың Хәрби -юридик академияһының профессоры вазифаһын биләй. 1957 йылдың 25 октябрендә вафат була.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Некоторые вопросы советского административного права» // «Советское государство», 1938, № 1;
- Социалистическая система государственного управления / С. С. Студеникин // V научная конференция, посвященная тридцатилетию советского государства и права: Тезисы докладов. 4 — 10 декабря 1947 г. / Военно-юридическая академия Вооруженных сил СССР. — М.: Издание РИО ВЮА, 1947. — С. 32—34.
- «Советский федерализм и демократический централизм» (1933);
- «Проблемы реконструкции госаппарата» (1933);
- «О рационализации государственного аппарата» (1934);
- Студеникин, Семён Севастьянович Акты советского государственного управления // Вестник Университета имени О.Е. Кутафина. — 2014. — В. 2. — ISSN 2311-5998.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
- Ямпольская Ц. А. Семен Севастьянович Студеникин (1905—1957) // Правоведение. — Л.: Изд-во Ленингр. ун-та, 1979, № 4. — С. 47—51.
- Семен Севастьянович Студеникин (неопр.). law.edu.ru. Портал «Юридическая Россия» (1 января 2008). Дата обращения 18 ноября 2019.