Суворов йорто (Аҡсай)
Суворов йорто | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1979 |
Урынлашыуы | Ростов өлкәһе, Аҡсай ҡалаһы, Гулаев урамы, 110 |
Суворов йорто — Ростов өлкәһенең Аксай ҡалаһында урынлашҡан ике ҡатлы бина. Данлыҡлы урыҫ хәрби етәксеһе А. В. Суворов 1783—1784 йылдарҙың ҡышҡы осоронда ошо йортта торғанлығы сәбәпле, урындағы әһәмиәткә эйә иҫтәлекле урын һәм музей булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVII быуат башынан һаҡланып ҡалған, Аксай ҡалаһының иң боронғо йорто тип иҫәпләргә мөмкин булған, урындағы хәлле казак Рудуханың йорто, билдәле урыҫ хәрби етәксеһе Александр Васильевич Суворов 1773—1774 йылдарҙың ҡышында булған урын булып тора[1]. 1948 йылда Аҡсай хәрби-тарих музейы мәктәп музейы булараҡ асыла. Музейҙы ойоштороуҙа билдәле балалар шағиры С. Я. Маршак һәм яҙыусы А. Н. Скрипов ҡатнаша[2]. 1979 йылды музейға нигеҙ һалынған йыл тип иҫәпләргә мөмкин. Хәҙерге ваҡытта музейҙың, Рәсәйҙең Аҡсайҙа булып киткән күп кенә күренекле эшмәкәрҙәре менән бәйле, ете бинаһы, XVII—XX быуаттарҙың тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары бар[3]. Музей комплексы майҙаны 180 гектарҙан ашыу тәшкил итә, унда 100-ҙән ашыу боронғо ҡомартҡы әлегә тиклем һаҡланған. Музейға майҙаны 112 гектар булған ҡурсаулыҡ биләмәһе һәм өс һаҡлана торған зона — Преображенск сиркәүе һәм зыяраты менән Ратный ыҙаны, Монастырь ыҙаны һәм Анна ҡәлғәһе инә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Домик А.В. Суворова в Аксае, Ростовская область | ДомОтдыха.ru . www.domotdiha.ru. Дата обращения: 14 апрель 2017.
- ↑ Домик Суворова - Правительство Ростовской области . www.donland.ru. Дата обращения: 14 апрель 2017.(урыҫ.). www.donland.ru. 14 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Достопримечательности Аксайского района . www.aksayland.ru. Дата обращения: 14 апрель 2017.(урыҫ.). www.aksayland.ru. 14 апрель 2017 тикшерелгән.