Суперинфекция
Суперинфекция (ингл. superinfection) — вирусологияла башта бер вирус менән зарарланған күҙәнәктең ошо вирустың икенсе штамы, йәки бер аҙ ваҡыттан һуң икенсе бер вирус менән зарарланыу (en:coinfection) процесы[1]. Вируслы суперинфекциялар вирустарҙың резистент штамдарын барлыҡҡа килтерә ала, уларҙан дауалау өсөн икенсе препараттар кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, кешенең ВИЧ-тың ике төрлө конифекцияһы менән зарарланыуы антиретровирус терапияһына бирешмәүсе (резистент) штамды тыуҙырыуы бар. Шулай уҡ, бер нисә инфекция (комбинированная) организмдың иммун яуабының дөйөм эффектлығын кәметеү билдәле[2]..
Медицинала суперинфекция тип бер инфекция артынан башланған икенсе инфекцияны атайҙар, был хәл бигерәк тә бығаса ҡулланылған препараттарға бирешмәүсе микроорганизмдар менән зарарланған осраҡта була. Дорлендтың медицина һүҙлеге буйынса, суперинфекция — тәүге булған бактерияларҙан айырмалы икенсе типтағы бактерияларҙың бик тиҙ үрсеүе.
Белгестәр фекеренсә, хәҙерге заманда антибиотиктар һәм башҡа препаратттарҙы кешеләрҙең күпләп ҡулланыуы суперинфекция тыуҙырыусы факторҙарҙың берһе булып тора.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Коинфекция en:Coinfection
Реассортимент
Антиотиктарға бирешмәүсәнлек
Суперинфекция ВИЧ en:HIV superinfection