Сусарево ыҙаны
Сухарево ыҙаны― һыу баҫҡан ерҙәрҙә тәбиғи һәм сәсеп үҫтерелгән урман. Уның ассортиментына тирәк, имән , ҡорос ағас, ҡарама ағастар, һаҙлыҡ һәм болон фрагменттары инә. Ыҙан Түбән Донда үҫкән үҫемлектәр комплексынан тора. Ул Дон йылғаһының һул ярында һәм Старый Дон күленең уң ярында , Ростов өлкәһе Семикаракорск ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Дөйөм майҙаны-327,0 га[1].
Һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғәт һәйкәле комплексы урындағы әһәмиәттәге ҡурсаулыҡ режимлы, ул махсус һаҡлана торған тәбиғәт территорияһы. 1977 йылда ойошторола. Был ыҙан тәбиғи һәм сәсеп үҫтерелгән урмандан тора. Унда ҡорос ағас, тирәк, имән, ҡарама ағастары үҫә. Ыҙанға шулай уҡ болон һәм һаҙлыҡ өлөштәре лә ҡарай.
Дала экосистемаһы.
Ҡурсаулыҡ рельефы ҙур булмаған соҡор- саҡырлы йырындарҙың киң тармаҡтарға айырылып, алыҫҡа һуҙылып ятҡан ерҙәрҙән ғибәрәт.
Ыҙан тупрағы ― һыу баҫҡан ерҙәр тупрағы, болон, ҡара, ауыр ҡомло-балсыҡлы, тоҙло һәм тоҙ ҡатын тупраҡ. Түбәнге Дондың һыу баҫа торған ере күп ҡатламлы аллювий менән характерлана.
Ҡурсаулыҡ флораһында күпләп ҡорос ағас, тирәктәр таралған. Иң күп ағастар: аҡ тирәк, ҡара тал, өйәңке, күк тирәк, имән, ҡарама һәм ҡырым ҡарағайы. Ҡыуаҡлыҡтарҙан талдың бер нисә төрө осрай. Шулай уҡ бейегерәк урындарҙа терн күпләп үҫә.
Үҫемлектәрҙән бөрлөгән, вейник наземный, ежевика, кирказон, мятлик, дегәнәк үҫә. Дарыу үләндәренән шалфей, баҡа япрағы, ромашка, бәпембә, әрем, цикорий, гөлйемеш, эт муйылы, кирказон, бөрлөгән, синеголовник таралған.
Ҡурсаулыҡ хайуандар дөньяһы күп төрлө. Ыҙанда аҡ түшле терпе, , ер тишкес хайуан, төлкө, йәтсә, үр ҡуяны, һыуһар, ҡоштарҙан ―аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө, ҡара төйлөгән, ябай торомтай, мүктәрге, ҡамыш ҡошо, үтәбикә-һарығош, тумыртҡа һ.б. ҡоштар бар[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ О памятниках природы Ростовской области . pravo.gov.ru. Дата обращения: 8 март 2017.
- ↑ dummy. Урочище Сусарево - Заповедная Россия (билдәһеҙ). www.zapoved.net. Дата обращения: 8 март 2017. 2017 йыл 20 май архивланған.