Су Сун

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Су Сун
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Төньяҡ Сун[d]
Тыуған көнө 1020[1][2][…]
Тыуған урыны Ҡытай, Фуцзянь[d], Цюаньчжоу[d]
Вафат булған көнө 1101[1][2][…]
Һөнәр төрө картограф, граждан төҙөлөшөндә инженеры, астроном, инженер, дипломат, уйлап табыусы, архитектор, металлург, математик, астролог, аптекарь, сәйәсмән, шағир, фәлсәфәсе, ботаник, табип, зоолог
Биләгән вазифаһы Ҡытай илсеһе[d]
Commons-logo.svg Су Сун Викимилектә

Су Сун (Су Цзы-жун, ҡыт. 苏颂, үлгәндән һуң титулы Вэй-го-гун; 1020 — 19 июнь 1101) — Ҡытай ғалим-энциклопедисы һәм Сун династияһы хакимлыҡ итеү осороноң дәүләт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Цюаньчжоу өлкәһенең (хәҙерге Фуцзянь провинцияһы) Наньань ҡалаһында Су Шэнь чиновнигы ғаиләһендә тыуған. Атаһы вафат булғандан һуң, ғаилә Жуньчжоу өлкәһе (хәҙерге Цзянсу провинцияһы) Даньян ҡалаһына күсергә мәжбүр була. Су Сун бала сағынан фәндәр, бигерәктә астрономия менән ҡыҙыҡһынған һәм 1042 йылда уҡ (22 йәшендә) цзиньшиның иң юғары баҫҡысына имтихандар бирә алған.

Бынан һуң Сючжоуҙа провинциаль чиновник итеп тәғәйенләнә, 1053 йылда император китапханаһында (хуань-хэ) редактор вазифаһын биләй. 1061 йылда Инчжоу провинцияһының губернаторы итеп тәғәйенләнә, 1063 йылда баш ҡала Бяньцзинға (Кайфын) күсә һәм 1071 йылға ҡәҙәр бында йәшәй. Артабан йәнә провинцияға чиновник хеҙмәтенә ебәрелә, башта Учжоу (Чжэцзян провинцияһы) губернаторы була, артабан 1073 йылдан — Хаочжоу, 1075 йылдан — Интян һәм 1076 йылдан — Ханчжоу губернаторы вазифаһын биләй. 1077 йылда баш ҡалаға эшкә ҡайта алған: был уның дошманы сәйәсмән-реформатор Ван Аньши 1076 йылда отставкаға киткәс булған.

Су Сун китабынан башня сәғәтенең схемаһы
Су Сун тарафынан төҙөлгән астрономик сәғәтле башняның масштаблы макеты

1077 йылда Су Сун илсе булараҡ Ляо кидан дәүләтенә ебәрелгән. 1078 йылда Бяньцзин (Кайфын) баш ҡаланың башлығы итеп тәғәйенләнгән, әммә тиҙҙән йәнә провинция губернаторы була: 1079 йылға тиклем Хаочжоу провинцияһының һәм артабан 1080 йылға ҡәҙәр Цанчжоу провинцияһының губернаторы вазифаһын башҡара. 1081 йылда чиндар министрлығына ҡайта алған, бында 1082 йылда министр урынбаҫары (чибу шилан) булып китә; 1086 йылда Чжэ-цзун тәхеткә ултырғас, юстиция министры (синбу шаншу) вазифаһын алған, 1087 йылда чиндар министры һәм баш ҡанундар белгесе (шиду) була, 1089 йылда Ханьлинь академияһының секретары була, 1090 йылда канцлер урынбаҫары (шаншу цзочен), ә 1092 йылда канцлер итеп тәғәйенләнә.

Су Сун тарафынан әҙерләнгән йондоҙҙар картаһы

1093 йылда вазифаһын ҡалдыра һәм Янчжоу ҡалаһы башлығы булып китте. 1095 йылда отставкаға китте һәм Цзинкоуҙа атаһы ҡәберенән йыраҡ булмаған урында төйәкләнә. 1100 йылда тәхеткә ултырған император Хуэй-цзун уның хеҙмәттәре хөрмәтенә уға вариҫ попечителе (тайцзи тайбай) статусын бирә, әммә 1101 йылда Су Сун үҙенең Цзинкоуҙағы йортонда вафат булған.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Су Сун медицина, фармакология, минералогия, металлургия, зоология һәм астрономия өлкәләрендә хеҙмәттәр яҙып ҡалдырған. Уның иң билдәле хеҙмәте — «Цзя-ю дәүере өҫтәлмәләре һәм комментарийҙары менән Шэнь-нун тамырҙары һәм үләндәре каноны» («Канон корней и трав Шэнь-нуна с дополнениями и комментариями периода Цзя-ю»; император Жэнь-цзун әмере буйынса ике ғалим менән берлектә яҙылған), бында 1082 төрлө дарыуҙар тасуирланған.

Бынан тыш Су Сун бейеклеге яҡынса 12 метр һәм киңлеге яҡынса 7 метр ҙурлыҡтағы астрономик сәғәт уйлап тапҡан һәм 1087—1092 йылдарҙа уның төҙөлөшө менән етәкселек иткән. Шулай уҡ үҙенең күп йыллыҡ (1078—1085 йылдар) күҙәтеүҙәре нигеҙендә ике йондоҙҙар картаһын әҙерләгән, хәҙерге ваҡытта улар донъяла иң боронғо баҫылған карталар тип иҫәпләнә.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Unschuld P.U. Pen-ts’ao 2000 Jahre tradit. pharmaz. Lit. Chinas. München, 1973, S. 59-62.
  • Miyashita S. Su Sung // Sung Biographies / Ed. by H.Franke. Bd 3. Wiesbaden, 1976, S. 969—970

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]