Сынйырлы китаптар
Сынйырлы китаптар (ингл. chained books, һүҙмә-һүҙ — «сынйырлы китаптар»; ингл. chained library тигәндән, һүҙмә-һүҙ — «сынйырлы китапхана») — Урта быуаттар Европаһында йәмәғәт китапханаларында китаптарҙы һаҡлау ысулы, китаптар тимер сынйырҙар менән кәштәләргә беркетеп ҡуйылған. Китаптарға беркетелгән сынйырҙар ярайһы уҡ оҙон булған һәм китапты кәштәнән алып уҡырға мөмкинлек биргән, әммә китапты алып сығып китә алмайҙар. Был сара китапханаларҙың уҡыу залдарында Урта быуаттарҙан башлап XVIII быуатҡа тиклем йәшәй, сөнки һәр дана китап ҙур ҡиммәткә эйә булған. Урта быуаттарҙа йәмәғәт китапханаларының күбеһендә китап ҡулға бирелмәй, уны тик шунда ғына уҡығандар.
Сынйыр китап тышлығына беркетелгән тимер дүңгәләккә тоташтырылған.
Франциск Триггенең сынйырлы китапханаһы (ингл. Francis Trigge Chained Library) 1598 йылда Грентэм (Линкольншир) ҡалаһында нигеҙләнгән, ул руханиәткә йә мәғарифҡа ҡағылышы булмаған кешеләргә китап уҡыу мөмкинлеген асҡан. Атап әйткәндә, унда Грентэмда йәшәүселәр һәм сокмендар йөрөгән. Был китапхана әле лә бар, ул хәҙерге йәмәғәт китапханаларының элгәре һанала ала. Белем биреү учреждениеһынан, сиркәүҙән йә монастырҙан айырым үҙ аллы йәшәгән китапханаларға тағы бер миҫал — 1701 йылда Дублинда асылған Марш китапханаһы (Marsh’s Library). Китапхана тәүләп асылған бинаһында һаман йәшәп килә. Марш китапханаһында сынйырлы китаптар булмай, уның урынына китап уҡыусыны рәшәткә артына бикләгәндәр.
Сынйырлы китаптар популяр мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Терри Пратчеттың «Яҫы донъя» (Discworld) тигән юмористик фәнтәзи жанрында яҙылған китаптар серияһында Тылсым университетының китапханаһындағы күп китаптар сынйыр менән беркетелгән була.
- «Гарри Поттер һәм фәлсәфә ташы» фильмында китапхананың тыйылған өлөшөндә сынйырлы китаптарҙы күрергә була.
- «Тәхеттәр уйыны» телесериалында Цитадель китапханаһында бик күп сынйырлы китаптар күрһәтелә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Богданова И.Ф. Библиотеки Средневековья // Библиотеки: от античных до электронных. — Минск, Беларусь: Институт подготовки научных кадров Национальной академии наук Беларуси.(недоступная ссылка)(PDF)
- Средневековые библиотеки (неопр.). library.ru. Дата обращения 24 февраля 2009. Архивировано 26 марта 2012 года.
- Alston, Robin. База данных истории библиотек: библиотеки с книгами на цепях = Library history database: chained libraries. Архивная копия от 2 марта 2009 на Wayback Machine (инг.)
- The Mappa Mundi and Chained Library at Hereford Cathedral (англ.) (недоступная ссылка). Дата обращения 24 февраля 2009. Архивировано 21 октября 2004 года.
- Chetham’s Medieval Library — Manchester, England (англ.) (недоступная ссылка). Дата обращения 24 февраля 2009. Архивировано 6 декабря 2000 года.
- Wimborne Minster Chained Library (англ.). Дата обращения 24 февраля 2009. Архивировано 26 марта 2012 года.
- Oriel College Library (англ.) (недоступная ссылка). Дата обращения 24 февраля 2009. Архивировано 27 марта 2007 года.
- A chained library surviving at a school (The Royal Grammar School, Guildford) (англ.) (недоступная ссылка). Дата обращения 24 февраля 2009. Архивировано 30 декабря 2003 года.
- Another school’s chained library (Bolton School Boys Division) (англ.) (недоступная ссылка). Дата обращения 24 февраля 2009. Архивировано 18 января 2012 года.
- Chain Reaction: The Practice of Chaining Books in European Libraries (англ.). — «Цепная реакция: практика приковывания книг в библиотеках Европы». Дата обращения 24 февраля 2009. Архивировано 26 марта 2012 года.
- Streeter, B.H. Библиотеки с книгами на цепях: обзор четырёх вековой эволюции английской библиотеки = The chained library: a survey of four centuries in the evolution of the English library. — London: Macmillan, 1931. Архивная копия от 2 марта 2009 на Wayback Machine (инг.)
- Henry Petroski. Книга на книжной полке = The Book on the Bookshelf. — New York: Alfred A. Knopf, 1999. — ISBN 0375406492. (инг.)