Сыуаш дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты
Сыуаш дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты | |
Нигеҙләү датаһы | 2000 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Урын | Чебоксар |
Рәсми сайт | chgiki.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Сыуаш дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты уҡытыусылары[d] |
Сыуаш дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты (чуваш. Чӑваш Патшалӑх культурӑпа искусство институчӗ)— Сыуаш Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, милләттәр эштәре һәм архив эше буйынса юғары белем биреү бюджет учреждениеһы. Институтта Сыуаш Республикаһының һәм Рәсәйҙең сыуаш халҡы күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрендәге үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып юғары профессиональ белем биреү кадрҙары әҙерләнә. Институт бинаһында биш ҡатлы төҙөкләндерелгән ятаҡ һәм 500 урынлыҡ концерт залы бар.
Институт Чебоксарҙа 2000 йылдың 10 июлендә асыла. Беренсе уҡыу йылында институтҡа 38 студент ҡабул ителгән. 2000 йылдың 1 сентябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, институтта 30-ҙан ашыу уҡытыусы эшләгән, шуларҙың 7-һе штаттағы уҡытыусылар.[1].
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институт составына өс факультет инә:
— мәҙәниәт (социаль-мәҙәни һәм китапхана эшмәкәрлеге кафедраһы; халыҡ художество ижады кафедраһы; гуманитар һәм социаль-иҡтисади дисциплиналар кафедраһы), декан — Сыуашстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, доцент Л. В. Илларионова;
— Башҡарыу сәнғәте кафедраһы (актерлыҡ оҫталығы һәм режиссура кафедраһы; хор дирижерлыҡ һәм халыҡ йыры кафедраһы; вокал сәнғәте кафедраһы; сәнғәт теорияһы, сәнғәт белеме һәм башҡарыу тарихы кафедраһы); деканы — педагогия фәндәре кандидаты, доцент О. В. Капранова;
— Өҫтәмә белем биреү, деканы — педагогия фәндәре кандидаты, доцент О. В. Михайлова.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Чувашский государственный институт культуры и искусств // Краткая чувашская энциклопедия. — Чувашское книжное изд-во, 2001. — С. 480.