Эстәлеккә күсергә

Сәйетов Марат Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Сәйетов Марат Шакир улы (рус. Саитов Марат Шакирович) (2 май 1934 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1986 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Сәйетов Марат Шакир улы 1934 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Сыбайтал ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1959 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын, 1959 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлағас Яңауыл районы башҡарма комитетында һаулыҡ һаҡлау мөдире булып эшләй башлай. 1963—1965 йылдарҙа академик Бурденко исемендәге нейрохтрургия фәнни-тикшеренеү институтында орднатурала уҡый. 1966—1969 йылдарҙа Яңауыл районы дауаханаһында баш табиб.

1969—1986 йылдарҙа БАССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында баш окулист. 1986 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы.[1] Өфө ҡалаһының Киров районы, 25-се Утро һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.[2]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104