Сәнғәт галереяһы һәм Келвингроув музейы
Сәнғәт галереяһы һәм Келвингроув музейы | |
![]() | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1901 |
---|---|
Менеджер/директор | Tom Honeyman[d][1] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Глазго-Сити[d] |
Историческое графство | Ланаркшир[d] |
Урынлашыу | Глазго |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | ҡомташ[d] |
Рәсми асылған ваҡыты | 1901 |
Йылына инеүселәр һаны | 1 037 594 |
Оборудован | Туалет для пожилых и инвалидов[d][2] |
Мираҫ статусы | реестровое здание категории A[d][3] |
Адрес | Argyle Street |
Рәсми сайт | glasgowlife.org.uk/museu…[2] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of the Kelvingrove Art Gallery and Museum[d] |
Категория для внешности элемента | Category:Exterior of the Kelvingrove Art Gallery and Museum[d] |
Страница учреждения на Викискладе | Kelvingrove Art Gallery and Museum |
![]() |
Келвингроув музейы һәм сәнғәт галереяһы (ингл. Kelvingrove museum and Art Gallery) — Глазгола урынлашҡан. Шотландияла килеүселәр һаны буйынса иң билдәлеһе, ә Бөйөк Британияла алтынсы урында тора[4]. Вест-Энд районында Келвингроув паркында урынлашҡан.
Музей тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Галереяһы бинаһы ҡыҙыл ҡомташтан 1892 йылда испан бароккоһы стилендә төҙөлгән. Проекттың авторҙары Джон В. Симпсон һәм Миллер Аллен. Галереяны асыу тантанаһы 1901 йылда 2 майында Глазгола Халыҡ-ара күргәҙмәһе башына тап була. Экспозицияның нигеҙен галереянан Глазго ҡалаһының күренекле кешеһе Арчибальд Маклелландың тупланмаһы тәшкил итә, ул ҡалаға 400 һүрәттән торған коллекцияһын бүләк иткән булған.
2002 йылда музейҙы реконструкция һәм яңыртыу өсөн аҡса йыйыу кампанияһы уҙа. Төрлө хәйриә фондтарынан, ойошмалар һәм шәхси кешеләрҙән йыйыған аҡса яҡынса 13 миллион фунт стерлинг тәшкил итә. Тергеҙеү эштәре өс йыл дауам итә, 2006 йылдың 11 июлендә Келвингроув галереяһы яңынан асыла.
Экспозицияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музей экспонаттары араһында — Рембрандт, Рубенс, Якоб ван Рейсдаль, Боттичелли, Тициан, Джованни Беллини, Дега, Моне, Пикассо, Дали, Винсент Ван Гог, Писсарро, Россетти, шотланд рәссамдры Уильям Орчардсон, Джон Петти, Горацио Маккаллоха, Генри Реберн, Сэмюэль Пепло һ. б. һүрәттәре бар. Бынан тыш музейҙа боронғо хайуандар һөлдәләре коллекцияһын; Боронғо Мысыр сәнғәте объекттары коллекцияһын; скульптура, һүрәт коллекцияларын, Глазгола тыуған данлыҡлы архитектор Чарльз Ренни Макинтош эшләгән башҡа йыһаздар һәм объекттар коллекцияһын, боронғо хәрби кейем һәм ҡоралдар коллекцияһын һәм Шотландия менән Глазгоның тарихи мираҫына бағышланған күргәҙмәләрҙе күрергә мөмкин.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://www.universitystory.gla.ac.uk/biography/?id=WH0249&type=P
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://vocaleyes.co.uk/research/heritage-access-2022/benchmark/
- ↑ Kelvingrove Museum And Art Gallery, Kelvingrove Park, Glasgow // https://portal.historicenvironment.scot/designation/LB33071
- ↑ Introduction and Contact Details 2007 йылдың 17 август көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Сәнғәт галереяһы һәм Келвингроув музейы Викимилектә |
---|
- Информация о галерее 2006 йылдың 19 май көнөндә архивланған. (инг.)