Табакин монастыры
Табакин монастыры | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Табакин монастыры Викимилектә |
Изге Георгийҙың Табакин монастыры — Грузияның көнбайышында, үрге Имеретила, Зестафони ҡалаһынан 7-8 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, VII—VIII быуатта ирҙәр монастыры, үҙенсәлекле архитектураһы, бай тарихы һәм XVI быуат биҙәге менән билдәле. Үҙ ваҡытында 70 монах эш алып барған монастырь ил тарихына ҙур өлөш индергән. Бында Имерети батшаһы Соломон Икенсенең рухи атаһы, изге Иларион Картвели, XIX быуаттың данлыҡлы дәрүише бала сағының бер өлөшөн үткәргән. Коммунистик режим осоронда монастырь талауға һәм емерелеүгә дусар була. Монастырь комплексы иҫке һәм яңы өлөштән тора.
Яңы һәм иҫке өлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке өлөшө крипта һәм төкәтмә менән VII—VIII быуатта төҙөлгән ике нефлы сиркәүҙән тора, ул XI быуатта тергеҙелә, ә һуңынан XVI быуаттың беренсе яртыһында биҙәлә. Сиркәү эргәһендә һуңыраҡ осорҙағы манара тора. Монастырҙа Имерети батшаһы Баграт III һүрәте һаҡланған (1510—1565).
1980—1986 йылдарҙа ҡорам ҡыйыҡ менән ҡаплана һәм тергеҙелә. XX быуаттың 90-сы йылдарында монахтар өсөн торлаҡтар төҙөлә. 2000 йылда Ун ике Апостол исемендәге сиркәү төҙөлә һәм биҙәлә.
Яңырыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылда монастырь яңынан изгеләндерелә. Унда монах Яков (Чохонелидзе) урынлаша. Уның етәкселеге аҫтында килеүселәр һәм мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында монахтар өсөн торлаҡ төҙөлә, һыу үткәргес һәм электр үткәрелә. Монахтар һаны арта. Яков менән бергә иеромонахтар Варахиель һәм Матфей эш алып бара. Һуңғы йылдарҙа улар башҡа монастырға күсерелә. Күп кенә йәш кешеләр руханиҙарҙың дини нәсихәттәре арҡаһында христианлыҡ ҡабул итә. Бөгөнгө көнгә монастырҙа монастырь башлығы Яков һәм биш игумен йәшәй.
Питомник
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монастырь эргәһендә«Табакини» кавказ овчаркаһы питомнигы урынлашҡан. Ул 1992 йылда ойошторолған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- tabakini.ge 2020 йыл 8 август архивланған.