Табаҫҡытамаҡ (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Табаҫҡытамаҡ (урыҫ. Усть-Табаска) — Башҡортостандағы йылға. Аяҙ йылғаһының ҡушылдығы.Асҡын районынының Табаҫҡытамаҡ ауыл биләмәһе буйлап аға.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға оҙонлоғо — 8 км. Ахун тигән урындан башлананып тау аҫҡа аҡҡан.Ул ерҙә Ахун исемле бабай XX быуаттың 30-сы йылдар башында ыҫмала ҡайнатҡан.Тау аҫҡа халыҡ телендә Табаҫҡа булып киткән. Үҙәнен бер нисә ҡабат үҙгәрткән. Табаҫҡытамаҡ ауыл биләмәһе буйлап 2 км, ә Ҡариҙел йылғаһынан 12 км алыҫлыҡта аға.

Гидрологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға уртаса һыулы. Башлыса ҡар һыуҙары менән, шулай уҡ ямғыр һыуҙары менән туйына.


Хужалыҡта ҡулланышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғала сабаҡ, ҡыҙылгүҙ,бағыр бар. Тәлмәрйен осрай. Һыу бассейны рельефы тәпәш тауҙарҙан тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]