Эстәлеккә күсергә

Табидзеларҙың йорт-музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Табидзеларҙың йорт-музейы
груз. გალაკტიონ და ტიციან ტაბიძეების სახლ-მუზეუმი
Нигеҙләү датаһы 1983
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Чквиши[d]
Мираҫ статусы культурное наследие Грузии[d]
Карта
 Табидзеларҙың йорт-музейы Викимилектә

Галактион һәм Тициан Табидзеларҙың йорт музейы - (рус. Дом-музей Галактиона и Тициана Табидзе, груз. გალაკტიონ და ტიციან ტაბიძეების სახლ-მუზეუმი) — Грузияның Вани муниципалитындағы Чквиши ауылында урынлашҡан музей[1].

Галактион һәм Тициан Табидзеларҙың йорт музейы 3 гектар ерҙе биләй. Даими экспозицияныҡы: 450 м², ваҡыт-ваҡыт ойошторола торған күргәҙмәләргә: 30 м², конференц-зал: 60 м²,репозиторий: 30 м²

Музей дүшәмбенән башҡа бар көндәрҙә лә асыҡ, сәғәт 10-дан 17 сәғәткә тиклем ҡабул итә.

1966 йылда ойошторола башлаған[2]. 1983 йылда асылған[3]

Музейға ике күргәҙмә бинаһы һәм ошо ауылда тыуған грузин шағирҙары - ике туған Галактион һәм Тициан Табидзеларҙың тыуған йорттары инә (1895—1937).

Музейҙа Галактион һәм Тициан Табидзеларҙың иҫтәлекле әйберҙәре, Галактион Табидзеның атаһының китапханаһынан боронғо баҫма китаптар, балсыҡ һауыт-һаба, сигеү өлгөләре, грузин рәссамдарының һәм скульпторҙарының әҫәрҙәре һаҡлана.

Музейҙа «Галактион һәм Тициани», «Батша - шағир», «Мин апрелдә тыуғанмын», «Галактиондың очерктары», «Тициан һәм Борис Пастернак» тигән темалар буйынса экспонаттар бар.