Эстәлеккә күсергә

Тавкавта комплексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тавкавта комплексы - (груз. თავკავთის კომპლექსი) - Грузияның Каспи муниципалитетындағы Цинарехи ауылынан 7-8 км алыҫлыҡта урынлашҡан архитектура комплексы.

Был урын башта ҡоймалап ҡына алынған булған, һуңғараҡ көнсығыш текә ҡаяларҙа таш нығытма төҙөлгән.

Комплексҡа нығытма-ҡойма, Изге Георгий сиркәүе һәм башҡа ҡаралтылар инә.Уға ике яҡтан килеп була: көньяҡтан һәм Кавтури тарлауығы аша. Кавтури йылғаһы аша дуғалап һалынған күпер булған, унан хәҙер ваҡ өлөштәре генә ҡалған.

Нығытма ныҡ ҡына емерелгән: диуарҙарҙың өҫ яғы тулыһынса ҡыйралған, аҫҡы нығытманың көнбайыш диуары тулыһынса ватылған, ҡоролманың эсендә нигеҙ һыҙаттарын аныҡлап булмай.

Георгий сиркәүе XIII веку быуатта төҙөлгән булған.

2006 йылда Тавкавта комплексы милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].

  • Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 5, стр. 212-213, тб. 1990