Тайвань тарихы
Тайвань тарихы — Тайвань утрауының боронғо замандарҙан башлап бөгөнгө көнгәсә тарихы.
Тарихҡа тиклемге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тайвань тарихының тарихҡа тиклем осоро юғары палеолит һәм неолит дәүерҙәрен үҙ эсенә ала.
Юғары палеолит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге кешеләр Тайвангә беҙҙең эраға тиклем 50 000 йыл тирәләрендә килеп урынлашҡан[1][2]
Тайвандәге иң иртә археологик культура булып Чанбинь культураһы (ҡыт. 長濱文化) һанала, был атама уға утрауҙың көнсығышында тарихи әйберҙәр табылған урын исеменән бирелгән. Палеолит дәүере кешеләренең һөлдәләре шулай уҡ Цзуочжэнь районының Тайнань округында ла (хәҙер дәүләттең дүртенсе ҡалаһы булған Тайнань составында), шунлыҡтан улар «цзуочжэнь кешеләре» тип атап йөрөтөлә. Тайбэй бассейнында боронғо кешеләр торған бер нисә урын — тарихҡа тиклемге торалар табылған (Юаньшань (圓山 һәм тағы ла башҡалар).
Хәҙерге ваҡытта был тора хужаларының ниндәй этник төркөмгә ҡарағанлығын аныҡ ҡына әйтеүе мөмкин түгел. Уларҙың 45—10 мең йылдар арауығында бөтә Көньяҡ-Көнсығыш Азияға таралып ултырған австралоид расаһы вәкилдәре булыуы бик тә ихтимал.
Австронезийсылар миграцияһы һәм неолитҡа күсеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тайвань — австронезий телдәренең тарихи тыуған ере; бында ошо тел ғаиләһенә ҡараған телдәрҙең иң-иң боронғо (архаик) төркөмө — тайваь телдәре һаҡланып ҡалған.
Археологик мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, австронезий телдәрендә аралашыусылар беҙҙең эраға тиклем яҡынса 8000 йылдар тирәһендә Ҡытайҙың көнсығыш ярҙарынан Тайвангә күсенеп ултырған, уларҙан Тайвандең төп халҡы — Тайвань аборигендары килеп сыҡҡан. Артабан, тарихи лингвистика билдәләүенсә, Тайвань ултырауынан был телдәрҙә һөйләшеүселәр диңгеҙ юлы буйлап бөтә Океанияға таралған, бының бер нисә этапта булыуы ла мөмкин. Миграция бынан 6000 йыл тирәһе элек башланған тип һанала. Әлбиттә, австронезий телдәрендә һөйләшеүселәрҙең утрауға килеүе һәм уларҙың артабан тарала башлауы араһында үткән ике мең йыл эсендә нимә булып үтеүе тарихи лингвистика өсөн әлегә тиклем һорау булып ҡала. Тайвандәге неолит дабэнькэн (б. э. т. 5000-2700 йылдар) мәҙәниәте менән характерлана, ә уның сығанаҡтары үҙ сиратында континенталь Ҡытай биләмәләрендә күҙәтелә. Тайвандәге тәүге агрокультура булып тропик һәм субтропик илдәрҙә үҫтерелә торған крахмалға бай күп йыллыҡ үлән ямс һәм таро үҫемлеге иҫәпләнә. Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта Тайвандең боронға халҡы сусҡа һәм эттәр ҡарай башлай (чжишаньянь)[3].
XVII быуатҡа тиклем утрау халҡы аҙ һанлы булған һәм башлыса австронезий телдәре ғаиләһенә ҡараған тайвань телдәрендә аралашыусыларҙан торған. Улар үҙҙәренең үҫеше буйынса неолит кимәлендә булған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Archaeological Theory; Taiwan Seen As Ancient Pacific Rim», Taiwan Journal" webarchive|url=https://web.archive.org/web/20080525131849/http://taiwanjournal.nat.gov.tw/ct.asp?xItem=10550&CtNode=118 |date=2008-05-25 published 19 November 1990, URL retrieved 3 June 2007
- ↑ Tainan County Government Information division website (autotranslated from Chinese) last updated 1 September 2006, URL retrieved 3 June 2007
- ↑ http://lib.nsu.ru:8081/xmlui/bitstream/handle/nsu/7141/02.pdf?sequence=1&isAllowed=y(недоступная ссылка) ОСВОЕНИЕ ТАЙВАНЯ АВСТРОНЕЗИЙЦАМИ]
Тайвань тарихы Викимилектә |