Эстәлеккә күсергә

Тамара күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тамара күпере — ысын мәғәнәһендә милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы. Абастумани курортында, Оцхе һәм Курцхана йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан аркалы таш күпер.

Күпер ІХ‐ХІ быуаттарға ҡарай. Уның архитектураһы үҙенсәлекле. Арка формаһындағы күпер формаһы менән Аджарияла осраған күп күперҙәргә оҡшаған һәм батшабикә Тамара хөрмәтенә аталған.

Күперҙең барлығы тураһында XIX быуат гәзите былай тип яҙа: "Йылға яры буйында күп һанлы ауылдар һибелгән, улар араһында иң шәп урын булып һул ярҙа 1878 йылда эзбизташ стена төҙөлөшө ваҡытында юлды шартлатҡан саҡта табылған иҫ киткес ҡыҙыҡлы зыярат тора. Бында йылға яғынан халыҡ күберәк, сөнки унда урын күп. Был ауылдың ике өлөшө күпер менән тоташа"[1].

Күпергә 2006 йылдың 7 ноябрендә Грузия президенты указына ярашлы милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы категорияһы бирелә[2].

IX-X быуатта был күпер "Оззи" тип атала. Һуңғы урта быуаттар дәүерендә "Оцхе", XIX быуатта — "Абастумани" тип йөрөтөлә. Хәҙерге исеме Абазадзе тоҡомо исеменән килә.

  • ჭილაშვილი ლ., ქალაქები ფეოდალურ საქართველოში, ტ.1., თბ., 1968.
  • ოძრხე, ოძრახე - დ.ბერძენიშვილი //ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია. ტ.VII. - თბ., 1984. - გვ.625

ხიდი