Эстәлеккә күсергә

Танаис (кинотеатр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кинотеатр
Танаис
Ил Рәсәй
Урыны Новочеркасск
Нигеҙләнгән 1903 йыл
Статус урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы

Танаис — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһындағы кинотеатр. Ҡаланың иң боронғо кинотеатры. Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[1].

1903 йылда Новочеркасск ҡалаһындағы Платовский проспектында Кондратова йортонда «Патэ» кинотеатры асыла, ул Париждан килтерелгән «Ф. и Э. Патэ» француз компанияһы техникаһы менән йыһазландырылған була. Кинотеатр тәүге исемен ошо кампания хөрмәтенә ала ла инде. Урындағы казак ҡатын Евдокия Петровна Кондратова бинаны махсус рәүештә кинотеатр өсөн төҙөтә. Был бина ҡалала тик кинотеатр бинаһы итеп төҙөлгән беренсе йорт була, уның тарихи әһәмиәте лә шунда.

1914 йылдың йәйендә һәм көҙөндә кинола хәрби тематика бик популяр була, урындағы матбуғатта йыш ҡына ошондай белдереүҙәр осрай: «Патэ» электро-биографында «билдәле кинемо-артист В. Гаррисон ҡатнашлығында „Демон менән көрәш“ картинаһы бара», йәки, «Патэ» — «Спартак, гладиаторҙар юлбашсыһы», «Клеопатра һәм Антоний» кеүек ҙур тарихи картиналар күрһәтеп", Новочеркасскта уңышлы конкурентлыҡ итә[2].

Иң тәүҙә кинотеатр бинаһы эргәһендә балкон була. Беренсе ҡатта һул яҡтан галантерея магазины була, ә уң яҡтан — бөҙрәхана. Подвалында шарап мөгәрәбе урынлашҡан була. Бөтә XX быуат дауамында бина туранан тура тәғәйенләнеше буйынса ҡулланыла, унда башҡа бер ниндәй ҙә магазиндар булмай. Кинотеатрҙың бары тик исеме генә үҙгәрә — 1927 йылда «Патэ» кинотеатры «Темп» тип үҙгәртелә, артабан — «III Интернационал», «Советский», «Комсомолец» һәм инде 90-сы йылдарҙа — «Танаис».

2000-се йылда бина ремонтҡа ябыла, ә 2010 йыл башында һатыуға ҡуйыла[3].