Танкистар скверы (Орёл)
Танкистар скверы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Орёл |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Танкистар скверы Викимилектә |
Танкистар скверы — геройҙар — Орёл ҡалаһын немец оккупанттарынан азат иткәндә ҡалаға беренсе булып бәреп ингән танкистар ҡаһарманлығы хөрмәтенә мемориал сквер. Железнодорожный районында Пушкин һәм Мәскәү урамдары араһында урынлашҡан.
1943 йылдың 4 авгусында ҡаланы азат иткәндә, маҡтаулы Орловская исеме бирелгән 17-се Гвардия танк бригадаһы танкистары беренсе булып Орел ҡалаһына бәреп инәләр. 6 августа Первомайский скверында ҡайғылы митинг һәм яугирҙәрҙе — ҡаланы азат иткәндә һәләк булған танкистарҙы туғандар ҡәберлегендә ерләү үтә. 7 августа өлкән лейтенант Сергей Марченко ротаһының ватылған «Т-70» танкы тупраҡ убаға ҡуйыла. Ошо мәлдән башлап сквер Танкистар скверы тип атала башлай[1][2][3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуатта был урын «Ильин майҙаны» тип аталған. Бөгөнгө көндә Мәскәү урамы булған урында ҙур булмаған бер нисә тиҫтә генә өй ултыра, ә Курск урамы яғында урман үҫә. «Орёл» ҡунаҡханаһы урынында асыҡ язалауҙар өсөн дар ағасы тора, һуңғараҡ уны эшафот менән алмаштыралар. Үлем язаһын юҡҡа сығағандан һуң эшафотты алып ташлайҙар, ағастарҙы бысалар һәм бында ҙур булмаған буш майҙансыҡ барлыҡҡа килә, уны йүнсел сауҙагәрҙәр «ҡулдарына төшөрәләр». Кибеттәр, лабаз, сауҙа тартмалары төҙөлә, майҙан ҡаланың кеше иң күп йөрөгән, әммә иң бысраҡ урынына әйләнә. Танк ҡуйылған урында Ильин часовняһы тора. 1853 йылда сауҙа майҙаны киңәйә һәм тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. Байрам көндәрендә балагандар ҡуйыла һәм тамашалар ойошторола. 90-сы йылдар башында йәмәғәт халыҡ театры асыла, әммә 1900 йылда уны властар яба[2][4].
1920 йылда апрель өмәһендә майҙанды иҫке ағас ҡаралтыларҙан таҙарталар һәм ағастар ултырталар. Был Первомайский тип аталған беренсе ҡала скверы була. 1963 йылда Орел ҡалаһын азат итеүҙең 20-йыллығы алдынан бөтә мемориаль комплексты киренән планлаштырыу һәм төҙөкләндереү үткәрелә, Советтар Союзы маршалы И. Х. Баграмян һәм Дан орденының тулы кавалеры, Орел эшсеһе М. Бычков Мәңгелек ут тоҡандыралар. 1968 йылда хәрби танк «Т-70» «Т-34» танкына алмаштырырыла (1985 йылда «Т-70» танкы Орел хәрби-тарихи музей ҡаршыһына ҡуйыла). 2016 йылдың 20 майында скверҙа 11-се армия командующийы, «Кутузов» исемендәге Орел стратегик һөжүм операцияһында ҡатнашҡан маршал Баграмянға һәйкәл асыла[5]. Бөгөн был сквер фронтташ дуҫтарҙың осрашыу урыны булып тора, яңы өйләнешкән йәштәр Мәңгелек утҡа сәскәләр менән киләләр, танктың ике яғында Орел мәктәптәренең һәм училищеларының иң яҡшы уҡыусылары почетлы ҡарауылда тора[1][2][4][6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Фёдоров С. И. Записки архитектора (Время, памятники, люди). — Тула: Приокское, 1987. — С. 106—108. — 160 с.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Власова О. П. Орловские бульвары и скверы. — Тула: Приокское, 1988. — 88 с.
- ↑ Улица Сергея Марченко . Официальный сайт администрации города Орла. Дата обращения: 17 июнь 2016.
- ↑ 4,0 4,1 Кавешников А. И., Золотарёва Е. В., Дубовицкая О. Ю., Северинов А. Б. Парки Орла и Орловской области. – ОрёлГАУ 2006
- ↑ В Орле открылся памятник маршалу Баграмяну . Всеармянская сеть. Дата обращения: 20 июнь 2016.
- ↑ Хоменкова Л. П. Живая связь времён (Памятники, мемориальные доски г. Орла). — Орёл: Вешние воды, 2004. — 196 с. — ISBN 5-87295-156-6.