Эстәлеккә күсергә

Татьяна Будович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Татьяна Будович
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Беларусь
Тыуған көнө 12 ғинуар 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Минск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө шағир, әҙәби тәнҡитсе, пародист
Эш урыны Q59347920?
Институт истории НАН Беларуси[d]
Литературный музей Максима Богдановича[d]
Белорусская хатка[d]
Уҡыу йорто Институт современных знаний имени А. М. Широкова[d]
исторический факультет Белорусского государственного университета[d]
Ойошма ағзаһы Союз белорусских писателей[d]

Татьяна Будович (бел. Таццяна Будовіч, ысын исеме Таццяна Васільеўна Барадуля, 12 ғинуар 1977 йыл, Минск) — белорус шағирәһе, әҙәби тәнҡитсе, пародист. Максим Богданович исемендәге дәүләт әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре. Белорус Яҙыусылары союзы ағзаһы[1].

Татьяна Будович 1994 йылда 154-се мәктәпте тамамлай. 1998 йылда Хәҙерге белем институтын «Финанс һәм кредит» һөнәре буйынса тамамлай[2]. 2005 йылда ситтән тороп Белорус дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Максим Богданович музейының «Белорусская хатка» филиалында, Беларусь Милли фәнәдәр академияһының Тарих институтында эшләй. Максим Богданович исемендәге дәүләт әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре[3].

Парашют спорты һәм альпинизм буйынса 3-сө спорт разряды бар.

Кейәүҙә. Ике ул тәрбиәләп үҫтерә.

Ижади юлын шиғриәттән башлай, һуңынан тәнҡиткә күсә. Проза яҙа, ҡайһы берҙә пародия жанрына мөрәжәғәт итә[4] (Та дорШпілька псевдонимы аҫтында).

1995 йылда беренсе шиғри йыйынтығы «Першацвет» журналында (белорус теленән — «Первоцвет») баҫылып сыға[5]. Һайланма шиғырҙары «Маладосць», «Полымя», «Бярозка» журналдарында, «Літаратура і мастацтва», «Чырвоная змена (белор.)баш.», «Наша Ніва» гәзиттәрендә һ.б. баҫылып сыға. 2002 йылда уның «Дуэль паглядаў» («Дуэль взглядов») шиғырҙар йыйынтығы «Беларускі кнігазбор» нәшриәтендә сыға. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре һәм бер нисә күҙәтеүҙәре бер нисә тапҡыр «Новы час» («Литературная Беларусь» ҡушымтаһы). баҫылып сыға.

  • Будовіч Т. В. Дуэль паглядаў: кніга вершаў. — Мінск: Беларускі кнігазбор, 2002. — 49 с.
  1. Барадуля, Таццяна Васільеўна. Нацыянальная бібліятэка Беларусі.Дата обращения: 21 августа 2019.
  2. Таццяна Будовіч-Барадуля. Kamunikat.org.Дата обращения: 21 августа 2019.
  3. Таццяна Будовіч-Барадуля. Kamunikat.org.Дата обращения: 21 августа 2019.
  4. Бадак А. Таццяна Будовіч-Барадуля. Рытуал. Звязда (29 июля 2017). Дата обращения: 21 августа 2019.
  5. Таццяна Будовіч-Барадуля. Kamunikat.org. Дата обращения: 21 августа 2019.